Рәсәй
БАЛАЛАЙКАҠУРАЙ
Балалайка - Рәсәй

Балалайка

Балалайка – ул өс ҡыллы ағас өсмөйөш традицион музыкаль ҡорал. Балалайканың тауышы ҡыҫҡа, шуның өсөн дә музыкант уны бөтә ҡылдарҙы бер юлы йәки алмаш сиртеп уйнай. Күп осраҡта фольклор һәм бейеү көйҙәрендә ҡулланыла. Инструменттың килеп сығышы билдәһеҙ, шулай ҙа, уны думбра – Кавказда барлыҡҡа килгән ҡоралдан килеп сыҡҡан тип тә иҫәпләйҙәр.

Ҡурай - Рәсәй

Ҡурай

Ҡурай – тын менән уйнала торған бик боронғо башҡорт халыҡ музыка ҡоралы. Ҡыуыш ҡурай үләненән йәки йоҡа ағасты төрөп яһайҙар.
Ҡурай үҫемлегенең көпшәһенән һигеҙ тотам үлсәп ҡырҡып алалар, бер яҡтан биш, икенсе яҡтан бер уйым алалар. Ҡурайҙың моңо бик көслө, наҙлы, уға оҡшаған моң юҡ, сөнки ул - хозур тәбиғәттең тауышын һеңдереп үҫкән берҙән-бер музыка ҡоралы. Ҡурайға ҡушылып бейейҙәр, йырлайҙар. Ҡурай моңдарына башҡорт халҡы шатлығын да, ҡыуанысын да һалған. Был үҫемлектең тажын да башҡорт халҡы үҙенең тамғаһы итеп алған. Башҡортостан символикаһында ете тажлы ҡурай һүрәтләнә. 2018 йылдың 1 мартында ҡурай Башҡортостандың территориаль бренды булараҡ теркәлде.

Рәсәй