Франция
Колесная лира - Франция

Тәгәрмәсле лира

Тәгәрмәсле лира – ул урта быуаттарҙа барлыҡҡа килгән ҡыл фрикциялы музыка ҡоралы. Был ҡорал Францияла киң таралған. Уның төҙөлөшөндә 6 ҡылы булырға мөмкин: «шантрель» (иң өҫкө ҡылы) һәм башҡа ике ҡылдары «бурдон грав» (түбән бурдон) тип атала. Әйтеп китергә кәрәк, уның тауышы бал ҡорто сығарған тауышҡа оҡшаш. Тәгәрмәсле лирала уйнау өсөн музыкантҡа уң ҡулы менән тотҡосон өйрөлтөргә кәрәк. Баҫмағына баҫҡан саҡта нәҙек-көслө яңғырашлы шантрель ҡылы тауышы сыға. Беренсе тәгәрмәсле лира 1.5 м оҙонлоҡта булған һәм унда ике кеше уйнаған. Ҡоралды ике кешенең дә тубыҡтарына ҡуйғандар. Уҙған быуаттың 60-сы һәм 70-се йылдарында был ҡорал фольлор һәм ансамбль башҡарыусылары араһында тағы ла ҙур популлярлыҡ яулаған.

Франция