Пуэрто-Рико
Тамборес-де-бомба - Пуэрто-Рико

Тамборес-де-бомба

Тамборес-де-бомба, икенсе билдәле исеме «баррилес» (мискәләр). Был ҡорал ике өлөштән тора: «Примо» (һул) һәм «Булеадор» (уң). Тамборес-де-бомбала уйнаған ваҡытта бер нисә «Булеадор» һәм бер генә «Примо» барабаны ҡулланыла. Бейеү алдынан кешеләр мотлаҡ Примо барабанын сәләмләргә тейеш. Был ҡоралға һәм музыкантҡа ҡарата ихтирам күрһәтеү күренеше. Ошо ҡоралда уйнау бейеүсе һәм музыканттарға һынау һымаҡ һанала. Был һынау «пикетинг» тип атала. Пикетинг мотлаҡ импровизация формаһында бейеү оҫталығын һәм музыка ритымын юғалмай үтергә тейеш.

Пуэрто-Рико