Аргентина
Бомбо - Аргентина

Бомбо

Бомбо – мембранофон-ҡорал ғаиләһенә инеүсе ҙур һуҡма музыка ҡоралы. Бомбо үҙенең ҙурлығы менән айырыла. Бейеклеккә 40, 60, ә диаметрға 30–45 сантиметр булыуы мөмкин. Бомбо ҡоралының Европа барабандары менән оҡшаш һыҙаттары ла бар, сөнки Көньяҡ Америкаға күсеп килеүсе испан халҡы урындағы халыҡ ҡоралдары үҫешенә йоғонто яһай. Бомбо – Аргентина халҡының музыка жанрында ҡулланыла торған төп ҡоралдарҙың береһе булып һанала.

Аргентина