Индонезия
Сасанду - Индонезия

Сасанду

Сасанду, шулай уҡ сесандо йәки сасандо – Индонезияның Көньяҡ Нуса-Тенггара провинцияһы Роти утрауында йәшәүсе халыҡтарҙың традицион музыка ҡоралы. Сасанду арфаға оҡшаш ҡыллы ҡорал. Роти диалектында «сасанду» – «тирбәлеү» һәм «яңғыраусы ҡорал» тигәнде аңлата. Сасанду Роти утрауында VII быуаттан билдәле, тип иҫәпләнә. Ҡорал төрлө сараларҙа йыш яңғырай.

Индонезия