Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары» фестивале үтте.

Бөрөлә XXV «Керәшен һыуыҡтары – 2019» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы тамамланды. Гала-концертта өс Гран-при эйәһе, шулай уҡ лауреаттар һәм дипломанттарҙың исемдәре иғлан ителде.

«Эстрада бейеүе» номинацияһында Октябрьский ҡалаһынан «DICE-BOX» өлгөлө заманса бейеү коллективы Гран-при яуланы. «Эстрада йыры» номинацияһында Стәрлетамаҡтан Сергей Ланкис (Корниенко С.С.) юғары наградаға лайыҡ булды. «Эстрада музыкаһы» номинацияһында иһә Благовещенск ҡалаһынан «Постскриптум» вокаль-инструменталь төркөмө еңде.

XXV «Керәшен һыуыҡтары – 2019» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы өс көн дауамында үтте. Быйыл унда республикабыҙҙың 13 районы һәм 12 ҡалаһы, Пермь һәм Һамар өлкәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Ҡатнашыусыларҙың оҫталығын жюри баһаланы, уның составында республиканың һәм Рәсәйҙең билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы - Иҙрис Ғәзиев, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның эстрада-джаз вокал уҡытыусыһы, Өфө ҡалаһының 4-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, халыҡ-ара джаз фестивале лауреаты - Лилия Литвинова, «Альянс» халыҡ вокал төркөмө, «Кружево» вокал төркөмө һәм «Уйын» балалар студияһы етәксеһе, Ырымбур ҡалаһының юғары категориялы педагог-хормейстер - Сәлихова Наталья, Өфө ҡалаһының «Премьер» вокал төркөмө солисы, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, «Рәсәйҙең йәш таланттары» премияһын яулаусы, Мәскәү ҡалаһының «Донъя таланттары» фонды артисы - Руслан Сәйфетдинов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең вокал-хор жанры буйынса баш белгесе, фестивалдең координаторы - Наталья Кондакова.

«Керәшен һыуыҡтары» фестиваль-конкурсы барышында эстрада вокалы буйынса республика семинары эшләне.

Фотография авторы: Анатолий Обухов.

Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары» фестивале үтте.

Башҡалар яңылыҡтар