Һәүәҫкәр театрҙарының  фестиваль-марафоныны эстафетаһын Краснокама районы алды.
18 сентябрь Нефтекамск ҡалаһының мәҙәниәт үҙәгендә Рәсәй Федерацияһында үткән Театр йылына һәм Башҡортостан Республикаһының 100-йыллығына айҡанлы һәүәҫкәр театрҙарының фестиваль-марафон штандартын тапшырыуы үтте. 
 Нефтекамск ҡалаһы эстафетаны Краснокама районына тапшырҙы.
 

Тантанала Нефтекамск ҡалаһының ижтимағи һорауҙар буйынса ҡала хәкимиәте башлығы урынбаҫары Әхмәҙишина Ирина Сафуан ҡыҙы һәм Краснокама районы ижтимағи һорауҙар буйынса район хәкимиәте башлығы урынбаҫары Мостаева Лира Рифҡат ҡыҙы ҡатнашты.

 Краснокама районының Яңы Ҡабан театр коллективы тамаша иғтибарына  Х.Зарипова пьесаһы буйынса ҡуйылған “Эх, кәләше лә, кәләше!” комедияһын күрһәтте.
Театр коллективының ҡатнашыусылары һәр бер геройҙың хис-тойғолар ҡыҙыҡлы һәм дөрөҫ итеп күрһәтә алды.
Һәүәҫкәр театрҙарының фестиваль-марафоныны эстафетаһын Краснокама районы алды.

Башҡалар яңылыҡтар