19 сентябрь  Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан көндәре айҡанлы “Башҡортостан  - Евразия йөрәге” исемле билдәле фотохудожниктар күргәҙмәһе асылды.

Тантаналы асыуҙа Мәскәү ҡалаһының милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр Департаменты етәксеһе Виталий Сучков ҡатнашты.

“Башҡортостанда бер тапҡыр булғаным бар. Әммә бөгөн мин күпкә артығыраҡ күрҙем тип әйтергә була. Туристтарға күреп, һоҡланып, тәмләп ҡарарлыҡ нәмәләр күп икән. Шуға ла был күргәҙмә Мәскәү халҡы өсөн Башҡортостан менән танышырға рөхсәт итер тип ышанам.” – тине Виталий Иванович.

“Сәнғәт милли дуҫлыҡты һәм йолаларҙы һаҡлап, халыҡты тиҙ, нәтижәле рәүештә яҡынайта ала. Бөгөнгө күргәҙмә илебеҙҙең баш ҡалаһының йәшәүселәре һәм ҡунаҡтары өсөн Башҡортостан Республикаһы менән таныштырырға мөмкинселек бирә.” – тип билдәләп китте Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Евгений Кравцов.

Мәскәү ҡалаһы Хөкүмәтенә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә һәм парк етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Алибаков еткерҙеләр.

Экспозицияла башҡорт колоритын еткергән 30 эш күрһәтелгән. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәленең, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов, халыҡ шағиры Мостай Кәрим фотолары. Башҡортостандың күренекле урындары – тәбиғәт: Ағиҙел йылғаһы, Асылыкүл күле, Шүлгән-таш мәмерйәһе, Ғәҙелша шарлауығы, шихандар, Ирәмәл тауы; Башҡортостан санаторийҙары; архитектура ҡоролмалары: Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия урыҫ драма театры, “Торатау” Конгресс-Холлы, Күмертау авиация прозводстволы придеприятиеһы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, АО “ “Витязь” Машина төҙөү компанияһы”, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Богородский Өфө сиркәүе, “Ете ҡыҙ” фонтаны; Фәйзи Ғаскаров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүе ансамбле төшөрөлгән. Шулай уҡ аттар, башҡорт балы, кейеҙ оҫталығы, халыҡ ижады һ.б. күрһәтелгән.   Махсус урын “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивале алып тора.

Фото авторҙары – Рәсәй рәссамы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы Рәмил Килмаматов, Рәмил Нафиков, Эдуард Дилмөхәмәтов, Анна Кудрявцева, Андрей Коротнев, Азат Мөхәмәтйәнов, Светлана Комкова, Николай Иванов, Эльвира Абдуллина, Олег Меньков, “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” Халыҡ-ара акцияһы ҡатнашыусылары Виктор Воного, Эдуард Ромала.

30 сентябргә тиклем “Ҡыҙыл Пресня” мәҙәниәт һәм ял паркында фотокүргәҙмә менән танышып китергә мөмкин.

19 сентябрь Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан көндәре айҡанлы “Башҡортостан - Евразия йөрәге” исемле билдәле фотохудожниктар күргәҙмәһе асылды.

Башҡалар яңылыҡтар