Өфөлә VII «Мир семьи и детства» күргәҙмә-форумы үтәсәк

Өфөлә VII «Мир семьи и детства» күргәҙмә-форумы үтәсәк.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Өфөлә VII «Мир семьи и детства» күргәҙмә-форумы асасаҡ. Форум сиктәрендә ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмә комплексында «Запиши ребенка в кружок» акцияһы эшләйәсәк.

Башҡортостанда балалар ижадын үҫтереүгә ҙур иғтибар һәм ярҙам бүленә. Мәҫәлән, Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда "Браво" балалар театры, "Тинтино" балалар вокал студияһы, "Алтын ҡул" балалар студияһы әүҙем эшләп килә.

Республикала үҙешмәкәр халыҡ ижадын популярлаштырыу маҡсатында 5950 республика балалар клубы эшләй. Республиканың 5 үҙешмәкәр сәнғәт коллективы "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы", 20 үҙешмәкәр сәнғәт коллективы "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы" маҡтаулы исемен йөрөтә.

Өфөлә VII «Мир семьи и детства» күргәҙмә-форумы үтәсәк

Башҡалар яңылыҡтар