«Традицион музыка ҡоралдары» онлайн-фотокүргәҙмәһе эшләй башлаясаҡ
Төрлө халыҡ вәкилдәренең музыка ҡоралдары аша традицион музыка мәҙәниәтенең презентацияһын булдырыу, фольклор һәм халыҡ ижады сиктәрендә илдәр араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында 11 сентябрҙән 11 октябргәсә «Традицион музыка ҡоралдары» онлайн күргәҙмәһе үтәсәк.
Донъя халыҡтарының традицион музыка ҡоралдарына арналған фотокүргәҙмә Республика халыҡ ижады үҙәге, Рәсәйҙең CIOFF®️ милли секцияһы һәм CIOFF®️ йәштәр координацион комитеты менән берлектә үтә.
Социаль селтәрҙәрҙә һәм В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады үҙәге, CIOFF®️ бөтә донъя фольклориада, Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары, уларҙың һүрәттәре, ҡыҫҡаса тарихы һәм атамаһы тәҡдим ителәсәк.
Күргәҙмә рус, башҡорт, инглиз, испан һәм француз телдәрендә үткәреү планлаштырыла.
«Традицион музыка ҡоралдары» онлайн-фотокүргәҙмәһе эшләй башлаясаҡ

Башҡалар яңылыҡтар