Ҡыйғы районында күп функциялы ауыл клубы һәм моделле китапхана асылды

Бөгөн Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Культура Малой Родины» проекты сиктәрендә күп функциялы ауыл клубы һәм моделле китапханаһын асыу тантанаһы үтте. Был проект мәҙәниәт учреждениеларына ярҙам итеүгә, сифатын күтәреүгә һәм граждандарҙың булған мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу мөмкинселеген булдырыуға йүнәлтелгән. Йыланлы күп функциялы ауыл клубы асыу өсөн 2,9 миллион һум аҡса бүленде һәм бер ҡыйыҡ аҫтында мәҙәниәт йорто, моделле китапхана, фотогалерея, музей асыу һәм автотранспорт һатып алыу ҡаралды. Бүленгән аҡсаға шулай уҡ мультимедиалы аппаратура, бильярд, теннис өҫтәлдәре һатып алынды. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшен башланы. Сәхнәгә музыка аппаратураһы ҡуйылды. Әлеге көндә 9 хореография һәм вокал йүнәлешендә: 4 балалар, 3 йәштәр һәм 2 өлкәндәр коллективтары, «Шоңкар» хылыҡ театры һәм «Тулпар» балалар театры эшләй башланы.

Ҡыйғы районында күп функциялы ауыл клубы һәм моделле китапхана асылды

Башҡалар яңылыҡтар