«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә «Бишек» бәйгеһен үткәрә
Ошо көндәрҙә икенсе турға үтеүселәр билдәләнде. Өфө, Күмертау, Әлшәй, Баймаҡ, Белорет, Бирск, Бөрйән, Бүздәк, Ишембай, Күгәрсен, Туймазы, Хәйбулла, Учалы, Яңыуыл райондарынан 24 бәйгесе финалға үтте. Еңеүселәр Өфө ҡалаһында үтәсәк Әсә көнөнә бағышланған Гала-концертта сығыш яһаясаҡтар.
«Бишек» конкурсы – халыҡ ижадын, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихи мираҫын сағылдырған проектарҙың береһе. Проект Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы грантына башҡарыла.
Һайлап алыу турына барыһы 105 ғариза ҡабул ителде. Бәйге өс номинацияла уҙғарыла: бала үҙе башҡарған бишек йыры, бала менән өлкән кешенең башҡарыуында бишек йыры һәм бишек эшләүсе оҫта. Беренсе һәм икенсе номинация ҡатнашыусылары видео әҙерләп ебәрһә, өсөнсө номинация бәйгеселәре оҫта үҙе эшләгән бишеге менән фотоһүрәт.
Баһалама ағзалары: «Мосафир» ижади берекмәһе етәксеһе, шағир һәм публицист Азамат Юлдашбаев, Альбина Исхакова, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, «Доплайн» туристик компанияһы директоры Гөлниса Аҡбашева, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө солисты Ринат Рамаҙанов, яҙыусы Фәнил Бүләков, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Фәиз Шәрипов.
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә «Бишек» бәйгеһен үткәрә

Башҡалар яңылыҡтар