«Һылыуҡай – 2020» конкурсының унынсы финалисткаһы Нижневартовск ҡалаһынан

Тәү тапҡыр Сургут ҡалаһында «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсы үтте. Бәйгелә 10 башҡорт ҡыҙҙары үҙ ара көс һынашты.

Конкурста һәр ҡатнашыусы үҙҙәренең һөйләү үҫешен, тапҡырлыҡтарын, үткер булыуҙарын күрһәтте. Әйткәндәй, иң популяр матурлыҡ конкурсының финалына үтер өсөн ҡатнашыусыларға үҙҙәрен өс этапта күрһәтеү шарт: ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырыу, ижади бәйге һәм дефиле.  

Байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар, жюри ағзалары ла саҡырылды. Башҡортостандан саҡырылған билдәле артист Хөрмәтулла Үтәшев кисәгә  йәм һәм дәрт кенә түгел, ә дуҫлыҡ, туғанлыҡ күперен нығытыуға, төбәктә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә бәҫ өҫтәне.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һылыуҡай-2020» гүзәллек бәйгеһе туған телде, милли йолаларҙы, тардицияларҙы, башҡорт ҡыҙҙары матурлығын пропагандалау, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Ә II этап – финалға һайлап алыу туры Өфө ҡалаһында 7 ноябрь көнө уҙасаҡ. Титулға һәм тажға эйә булыусы исеме 3 декабрь билдәләнәсәк. Еңеүсегә төп бүләк – автомобиль.

Конкурс йомғаҡтары буйынса тажды һәм унынсы эйәһе «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының 10 финалисткаһы итеп Нижневартовск ҡалаһынан Алтынгөл Бикташева билдәләнде. Ул 3 декабрь Өфө ҡалаһында үтәсәк финалда ошо төбәк исемен яҡлаясаҡ. I урында Гөлнара Ҡаҙарбаева, II урынды Гөлназ Үтәрбаева һәм III урынды Таңсулпан Айдашева яуланы.

Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, MTVmix телеканалы, Ханты-Манси автономиялы округының башҡорттар ҡоролтайы, Сорғот башҡорт автомияһы берекмәһе.

«Һылыуҡай – 2020» конкурсының унынсы финалисткаһы Нижневартовск ҡалаһынан

Башҡалар яңылыҡтар