Өфөлә «Апрель» республика балалар йыр сәнғәте конкурсының йомғаҡлау туры үтәсәк

3-4 апрель Өфөлә «Апрель» республика балалар вокал сәнғәте конкурсының йомғаҡлау туры үтәсәк. Сара Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән «Балалыҡ ун йыллығы» сиктәрендә, балалар араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт саралары ярҙамында ижади әүҙемлекте һәр яҡлап дәртләндереүгә булышлыҡ итеү яғынан үткәреү ҡаралған.

Ижади ярышта республиканың 10 ҡалаһынан һәм 17 районынан 104 башҡарыусы ҡатнашасаҡ. Конкурс тыңлауҙары Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Ә 4 апрель «Торатау» конгресс-холында байрам концерты һәм проект еңеүселәрен бүләкләү була. Сара сиктәрендә уҡытыусылар өсөн түңәрәк өҫтәл, йыр буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы шулай уҡ күңел асыу программаһы көтә.

Конкурс өс йәш категорияһында уҙғарыла: 6-9 йәш, 10-12 һәм 13-16 йәшлектәр: «Солист» (халыҡ вокалы); «Солист» (эстрада вокалы); «Солист» (академик вокал); «Дуэт» (халыҡ вокалы); «Дуэт» (эстрада вокалы); «Дуэт» (академик вокал).

Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары баһалаясаҡ: жюри рәйесе, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Татарстан Республикаһының Ғ.Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, сәнғәт фәндәре кандидаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры Иҙрис Ғәзиев; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз башҡарыу кафедраһы доценты, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Светлана Слягузова; Өфө сәнғәт училищеһының эстрада-джаз вокал уҡытыусыһы, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, «Голос», «Клуб37» телепроекттары ҡатнашыусыһы, Эске эштәр министрлығы Оркестры солисы Екатерина Ямщикова; йырсы һәм музыкант, «Атмосфера» төркөмө етәксеһе һәм солисы, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, Халыҡ-ара һәм Республика конкурстары лауреаты Марат Сәйетов.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.

Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 273-50-51, 8 (917) 409-09-64.

Өфөлә «Апрель» республика балалар йыр сәнғәте конкурсының йомғаҡлау туры үтәсәк

Башҡалар яңылыҡтар