Фәйзи Ғәскәров исемендәге төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале еңеүселәрҙе атаны

Кисә, 23 апрель, Мәләүез ҡалаһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале тамамланды. Ике көн дауамында республиканың төрлө мөйөштәренән халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре сағыу бейеүҙәрен тамашасыға тәҡдим итте. Күренекле башҡорт хореографы Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров исемендәге фестиваль бер сәхнәлә республиканың 15 муниципаль берәмегенән иң яҡшы ижади коллективтарҙы йыйҙы - ул дүрт йөҙҙән ашыу кеше. Ә фестивалдә ҡатнашыуға республиканың төрлө мөйөштәренән: Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла, Ишембай, Миәкә, Мишкә, Яңауыл, Дыуан, Өфө, Учалы, Баймаҡ, Саҡмағош, Мәләүез райондарынан һәм Стәрлетамаҡ, Өфө, Сибай ҡалаларынан 22 ғариза ҡабул ителгән.

Ике фестиваль көнөндә ҡатнашыусы коллективтар халыҡ бейеүҙәрен башҡарып иң яҡшыһы булыу хоҡуғы өсөн ярышты. Яҡшылар рәтенә инеү бейеү менән генә түгел, ә уларҙы үтәү сифаты менән үлсәнә.

Бейеүҙәрҙең башҡарыу сифатын Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры ҡарамағындағы «Зернышко»  балалар йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе, «Оренбургская лира» премияһы лауреаты Галина Еремина һәм башҡа жюри ағзалары күҙәтте.

Хореография коллективтары етәкселәре өсөн ижади лаборатория, ә ҡатнашыусылар өсөн йәштәр программаһы һәм дискотека ойошторолдо.

Гала-концертта ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков һәм Мәләүез районы Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сәләмләне.

Гала-концертта халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең сағыу сығыштарын ҡарағандан һуң еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районынан «Далан» өлгөлө хореография ансамбле Фәйзи Ғәскәров исемендәге төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивалендә Гран-при яуланы. Етәкселрәе Артур һәм Альбина Юлыевтар.

Фестиваль лауреаттары:

I дәрәжә лауреаты - Учалы районынан «Ҡойон» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре Юлиә Зәйнышева, Вилдан Әғләев).

II дәрәжә лауреаты - Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы - Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Ҡояшҡай» халыҡ хореография театр-студияһының өлкән төркөмө (етәкселәре Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гүзәл һәм Роберт Ишмәковтар).

III дәрәжә лауреаты - Учалы районынан «Ҡалҡан» бейеү ансамбле (етәксеһе Фәнис Кәримов)

Фестиваль дипломанттары:

I дәрәжә дипломанты - «Мираҫ» халыҡ бейеү ансамбле (етәксеһе Рената Коршикова, Яңауыл районы.

II дәрәжә дипломанты - «Сюрприз» өлгөлө хореография ансамбле (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альмира Леонова), Өфө ҡалаһы.

III дәрәжә дипломанты - «Аҫылъяр» халыҡ бейеү ансамбле (етәксеһе Гөлшат Ғәлләмова), Саҡмағош районы.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең махсус призына Мишкә районынан «Эрвел» халыҡ бейеү ансамбле лайыҡ булды. (етәксеһе Ирина Имаева). Мәләүез районы муниципаль район хакимиәте башлығы махсус призына Мәләүез районынан «Задоринка» өлгөлө бейеү ансамбленә (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Алевтина Шиханова) тапшырылды.  

Конкурс йомғаҡтары буйынса номинациялар бирелде:

«Иң яҡшы балетмейстер эше» - Өфө районынан «Салауат төшө» хореография композицияһы менән «Дарман» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре Роберт һәм Алина Хәмиҙуллиндар).

«Фестивалдең иң яҡшы солисы» - «Оскон» өлгөлө бейеү коллективы солисы Камила Әбүбәкирова (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Хәйбуллина), Сибай ҡалаһынан

«Фестивалдең иң яҡшы солисы» - «Алтынай» өлгөлө бейеү коллективы солисы Камил Мөхәмәтйәнов (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтйәнов), Ишембай районы.

«Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығы хөрмәтенә актерлыҡ оҫталығы кимәле» - «Сибай ынйылары» фольклор бейеү ансамбле (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Аҡназарова), Сибай ҡалаһы.

«Милли традицияларҙы һаҡлау һәм һаҡлау» - «Дим биҙәктәре» уҡытыусылар бейеү коллективы (етәксеһе БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмилә Шәрипова), Миәкә районы.

«Башҡорт классик мираҫын һаҡлау» - «Сиҙәм» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Юлдаш Мортазин, Артур Алсынов), Хәйбулла районы.

«Башҡорт классик мираҫын һаҡлау» - «Мәликә» өлгөлө бейеү коллективы-студияһы (етәксеһе Мехринисо Маматова), Сибай ҡалаһынан.

«Башҡорт милли фольклоры сәхнәлә сағыу кәүҙәләнеше» - «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Рәсимә Халиҡова), Баймаҡ районы.

«Сәхнә костюмының милли үҙенсәлектәренә һаҡсыл мөнәсәбәт» - «Лилиә» өлкәндәр бейеү коллективы (етәксеһе Лилиә Ғәлиәкбәрова), Миәкә районы.

«Балалар халыҡ хореографияһын пропагандалау һәм үҫтереү» - «Гөлдәр» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмилә Шәрипова), Миәкә районы.

«Донъя халыҡтарының хореографик мәҙәниәтенә һаҡсыл мөнәсәбәт» - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, «Ҡояшҡай» халыҡ хореография театр-студияһы (урта төркөмө). (етәкселәре Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гүзәл һәм Роберт Ишмаковтар), Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

«Ауыл ерендә халыҡ бейеүҙәрен һаҡлау һәм пропагандалау» - «Күстәнәс» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Лилиә Әликәева), Дыуан районы.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале еңеүселәрҙе атаны

Башҡалар яңылыҡтар