Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады үҙәге һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

«Урал һәм Себер башҡорттары» ике төбәк-ара мәҙәни-мәғрифәтселек проекты йомғаҡтарын барлау сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады үҙәге менән Халыҡтар дуҫлығы йорто араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

 

Килешеү башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәр менән берлектәге эште үҫтереүгә, шулай уҡ башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм танытыуға булышлыҡ итеүсе оҫталыҡ дәрестәрен һәм башҡа саралар ойоштороуға йүнәлтелгән. Документҡа ҡул ҡуйыу Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Киреев һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова ҡатнашлығында үтте.

 

Халыҡ ижады үҙәге йыл һайын Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә - Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары менән, шулай уҡ Һарытау өлкәһендә, Татарстан Республикаһында, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы башҡорт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек буйынса эштәр алып бара.

 

Традицион рәүештә төбәктәрҙә халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, методик ярҙам күрһәтелә, музыкаль ҡоралдар бүләк ителә. Дүрт йыл эсендә оҫталыҡ дәрестәрендә 10 000-дән ашыу кеше ҡатнашты. Дәрестәрҙе квалификациялы уҡытыусылар һәм билдәле оҫталар үткәрә.

 

Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады үҙәге һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды