Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы реестрының йыйынтығының беренсе һаны донъя күрҙе

2018 йылдан алып Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының эксперт советы ултырыштары үтә, унда матди булмаған этно-мәҙәниәт мираҫы объекттарын Башҡортостан Республикаһының берҙәм реестрына индереү ҡарала. Совет эшендә абруйлы ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм матди булмаған этнокультура мираҫын һаҡлаусылар ҡатнаша.

 

Эксперт советы ултырыштары һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған этно-мәҙәниәь мираҫының иң ҡыҙыҡлы объекттары тәүге тапҡыр «Башҡортостан мираҫы» йыйынтығында баҫылып сыҡты.

 

Баҫманың беренсе һанында һайлап алынған объекттар тураһында тулы мәғлүмәт, шулай уҡ эксперттар фекерҙәре һәм мәҙәни мираҫты эҙләү һәм өйрәнеү маҡсатында үткәрелгән экспедициялар тураһында мауыҡтырғыс репортаждар тәҡдим ителә.

 

Альманах биттәрендә ҡыҙыҡлы материалдар менән танышырға мөмкин. Мәҫәлән, һунарсылар ни өсөн үҙҙәренең саңғыларын тире менән ышҡый, удмурттар Татышлы районында нисек доға ҡылыу бутҡаһы әҙерләй, белорус алтыны нимә ул, йәки башҡорт ауылдарында боронғо ир-егеттәр кәсептәрен нисек тергеҙәләр һәм үҫтерәләр, һәм башҡа бик күп нәмәләр белергә мөмкин.

 

Республикабыҙҙа матди булмаған этномәҙәниәт мираҫын һаҡлау һәм танытыу сиктәрендә, йыйынтыҡтың беренсе һаны тиражының күп өлөшө, шулай уҡ Г. Сөләймәновтың «Башҡорт халыҡ көйҙәренең тарихы» һәм А.М. Сөләймәновтың «Сәсәндәр» китаптары Башҡортостан Республикаһы китапханаларына бушлай тапшырылды.

Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы реестрының йыйынтығының беренсе һаны донъя күрҙе