Башҡортостан «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй фестивале еңеүселәре иҫәбенә инде

Башҡортостан республикаһы «Еңеү Салюты» Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестиваленең II этабында «Тереләргә әйтер һүҙем бар» спектаклен тәҡдим итте. 56 төбәк араһында программа беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

 

Театрлаштырылған тамашаның сценарийы Балтас районының Уразай ауылынан 19 йәшлек санинструктор ҡыҙ Менәүәрә Фазылбәкованың биографияһына нигеҙләнеп яҙылған. Ул үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Батыр яҡташыбыҙ яралыларҙы ҡотҡарыу өсөн немец танкыһына гранаталар бәйләме менән ташланған. Программала Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы республика архивтарының тарихи документаль факттары файҙаланылған.

 

Театрлаштырылған тамаша сценарийы авторы - Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Мәүлитхан улы Хаматов, ҡуйыусы режиссеры-Редик Фирҙәүес улы Ғәниев.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған фестиваль 2023 йылдың 2 февралендә башланды, ә сараны асыу тантанаһы шул уҡ йылдың майында Волгоградта үтте. 2023-2024 йылдарҙа муниципаль һәм төбәк этаптары үтә: меңәрләгән башҡарыусылар һәм ижади коллективтар илдең иң ҙур фестиваль хәрәкәтенә ҡушыла. I этап йомғаҡтары буйынса төбәктәрҙә театрлаштырылған программалар һәм тематик күргәҙмәләр ойошторола.

 

Еңеү салюты-2023 йылдан 2025 йылға тиклем Рәсәй федерацияһының бөтә территорияһында үткән күп кимәлле конкурстар һәм тематик акциялар системаһын үҙ эсенә алған иң ҙур фестиваль хәрәкәте. Проект сиктәрендә «беҙ бөтә телдәрҙә  еңеүҙе данлайбыҙ» Бөтә Рәсәй интернет-акцияһы, «Еңеү хаҡына» онлайн-күргәҙмәһе тормошҡа ашырылған.

 

Ойоштороусылары – Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто.

Театрлаштырылған тамашаны Балтас районында А.Абдразаҡов исемендәге Башҡортостан" киностудияһы төшөргән.

Башҡортостан «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй фестивале еңеүселәре иҫәбенә инде