Республика халыҡ ижады үҙәге федераль грант конкурсында еңеү яуланы

Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының халыҡ сәнғәте өлкәһендәге ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар конкурсында Республика халыҡ ижады үҙәгенең «ЭтноКод: Донъялар бәйләнеше» проекты еңеү яуланы.

 

Был башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауҙа, танытыуҙа һәм үҫтереүҙә һанлы технологияларҙың потенциалын тикшереүсе һәм күрһәтеүсе проект. Проект башҡорт легендалары мотивтары буйынса кейеҙ костюмдарҙың уникаль коллекцияһын булдырасаҡ һәм уны 3D-mapping алдынғы технологияһын ҡулланып, тамашала күрһәтәсәк.

 

3D «mapping» (йәки «3D маппинг») - һүрәттәрҙе һәм видеоларҙы өс үлсәмле объекттарға йәки архитектура йөҙөнә проекциялау ысулы. Махсус программа менән тәьмин итеү һәм заманса ҡорамалдар (проекторҙар, компьютерҙар, синхронлаштырыу системалары) ярҙамында объекттың формаһы менән һүрәттең күләме, хәрәкәте һәм динамик үҙ-ара тәьҫир итеү эффекты булдырыла, был тамашасыларға уникаль визуаль һәм эмоциональ арауыҡҡа сумырға мөмкинлек бирә.

 

2024 йылдың 26 авгусынан 6 октябренә тиклем Рәсәй Мәҙәниәт Министрлығы 2025 йылда тормошҡа ашырыу планлаштырылған проекттарға грант ярҙамы күрһәтеүгә ғаризалар йыйҙы. Рәсәй Федерацияһының 62 субъекты вәкилдәренән бөтәһе 168 ғариза килгән.

 

Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса ағымдағы йылда тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәйҙең аҙ һанлы төп халыҡтары, илдең этномәҙәни төрлөлөгө, балалар башланғыстары, бөйөк мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең юбилей даталары һәм башҡа көнүҙәк темаларға арналған 21 проект һайланды.

Республика халыҡ ижады үҙәге федераль грант конкурсында еңеү яуланы