Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Мәскәүҙә үткән һабантуйҙа ҡатнашты

Мәскәүҙә «Коломенское» музей-ҡурсаулығы биләмәһендә Мәскәүҙең иң ҙур һәм сағыу этномәҙәни байрамдарының береһе - Мәскәү һабантуйы үтте. Быйыл Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусы йылына арналды.

 

Сараға 200 меңдән ашыу ҡунаҡ - баш ҡала халҡы, илдең төрлө төбәктәренән, төрлө милләт һәм дин вәкилдәре йыйылды. Һабантуй Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге, дуҫлығы һәм мәҙәни төрлөлөгөнең күрһәткән сараға әүерелде.

Сараның абруйлы ҡунаҡтары араһында - Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте, Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе вәкилдәре, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан республикалары етәкселәре, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостан Республикаһы дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова булды.

 

Байрам ҡунаҡтары өсөн бай программа ойошторолдо. Мәскәү һабантуйы майҙанының үҙәгендә «башҡорт» һәм «татар» этнографик ауылдары - көнкүрешкә ҡағылырға, туғандаш халыҡтарҙың мәҙәниәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға мөмкинлек биргән үҙенсәлекле ихаталар ойошторолдо. Башҡорт этноауылы исеменән Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы һәм Ейәнсура райондары сығыш яһаны.

Башҡорт ихатаһы биләмәһендә милли музыка ҡоралдарына  - ҡурайға һәм ҡумыҙға арналған күргәҙмә ойошторолдо. Байрам ҡунаҡтары өсөн Республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, ҡурайсы Айгиз Хашимов башҡарыуында башҡорт халыҡ көйҙәре яңғыраны, уның оҫталығы башҡорт музыка мәҙәниәтенең байлығын һәм үҙенсәлеген сағылдырҙы.

Майҙансыҡта башҡорт халыҡ уйындарына айырыуса иғтибар бүленде. Һуңғы йылдарҙа популярлыҡ яулаған ашыҡ уйыны буйынса оҫталыҡ дәресен «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе, ашыҡ уйыны буйынса Республика чемпионатын ойоштороусы Һәм илһамландырыусы Зилә Лира үткәрҙе.

 

«Атайсал» мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре – «Ауаз» фольклор ансамбле солисы Гөлсинә Ярмөхәмәтова һәм методист Ильяс Буранов – «Атлылар», «Арҡан тартышыу», эстафета һәм башҡа күп кенә халыҡ уйындарын ойоштороп үткәрҙе.

 

Бөтә уйын майҙандары байрам ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бындай саралар үткәреү төрлө йәштәге һәм милләттәге ҡунаҡтар араһында дуҫтарса, йылы мөнәсәбәт булдырыуға булышлыҡ итте.

 

Байрамды билдәле артистар һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында бай концерт программаһы биҙәне. Мәскәү һабантуйының бәләкәй сәхнәһендә Сибай концерт-театр берекмәһе һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов (ZAINETDIN), «Бишбармаҡ» оркестры сығыш яһаны.

 

Бәләкәй сәхнәләге концертты һәм күргәҙмәне ойоштороуҙа һәм техник яҡтан тәьмин итеүҙә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре Мөнир Кәримов һәм Илдар Усманов ярҙам итте.

 

«Мәскәү һабантуйы кеүек оло һәм әһәмиәтле сарала ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Был башҡорт халҡының бай мәҙәни мираҫын баш ҡала ҡунаҡтарына йола уйындары, музыка һәм халыҡ кәсептәре аша күрһәтергә мөмкинлек бирҙе», – тип билдәләне «Атайсал» мәҙәниәт үҙәге мөдире Рафис Аҡҡужин.

 

Мәскәү һабантуйы халыҡ ижадының сағыу байрамы ғына түгел, ә илдең мәҙәни тормошондағы мөһим ваҡиғаға әүерелде, милләт-ара диалогты нығытыуға, матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлауға һәм Рәсәй халыҡтары йолаларын популярлаштырыуға булышлыҡ итте.

 

Һабантуйҙы ойоштороу Мәскәү, Башҡортостан һәм Татарстан хөкүмәттәре, шулай уҡ Мәскәү татар милли-мәҙәни автономияһы ярҙамы менән башҡарылды.

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Мәскәүҙә үткән һабантуйҙа ҡатнашты