«Ший мундыра» этнофестиваль-конкурсында  Мишкә районынан «Вуд толкын» коллективы Гран-при яуланы

«Ший мундыра» («Көмөш йомғаҡ») исемле төбәк-ара этнофестиваль-конкурсы еңеүселәр исемдәрен атаны. Мишкә районынан «Вуд толкын» фольклор коллективы Гран-приға лайыҡ булды. Етәксеһе – атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Алексей Иванов.

 

Мәртәбәле мәҙәни сара Мишкә районында ижади коллективтарҙы, халыҡ йолаларын һаҡлаусыларҙы, фольклор сәнғәтен баһалаусыларҙы, халыҡ костюмы оҫталарын һәм ҡул эштәре оҫталарын берләштерҙе. Быйыл проектта Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Краснокам, Мишкә, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Тәтешле һәм Шишмә райондарынан вәкилдәр, шулай уҡ Свердловск өлкәһенән ҡунаҡтар ҡатнашты.

 

Көн дауамында фольклор коллективтары тамашасыларға боронғо йолаларҙан өҙөктәр, халыҡ йырҙары, бейеүҙәр һәм милли уйындар күрһәтте.

Бынан тыш, быйыл тәүге тапҡыр халыҡ кейеме оҫталары һәм традицион аксессуарҙар эшләүселәр араһында конкурс үткәрелде. Ижади ярыш халыҡ кейемдәренең матурлығын һәм үҙенсәлеген күрһәтеү мөмкинлеге бирҙе. Фин-уғыр халыҡтарының традиционон кейемдәр һәм биҙәүестәр оҫталарының эштәре, шулай уҡ махсус күргәҙмәлә тәҡдим ителгән ҡулдан эшләнгән биҙәү әйберҙәре айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте.

 

«Был фестивалде 2018 йылда район кимәлендә башланыҡ. Быйыл 95 йәшен билдәләгән Мишкә районының юбилей йылында ул төбәк-ара сараға әүерелде. Унда ҡатнашыусылар географияһы тағы ла киңәйҙе. Беҙ фин-уғыр халыҡтарының сағыу вәкилдәрен күрҙек, улар бөтә йөрәктәре менән ата-бабаларыбыҙҙан ҡалғанды һаҡларға тырыша», – тип сәләмләне фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова.

 

Республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлеге мөдире Зарина Хәсәнова фестивалдең әһәмиәтен билдәләп үтте һәм үҙәктең исеменән ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

 

«Беҙ фин-уғыр  халҡының матурлығына тағы бер тапҡыр инандыҡ. Ул күп яҡлы, башҡаларға оҡшамаған һәм уникаль. Беҙҙең алда мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм тергеҙеү, уны үҫеп килгән быуынға тапшырыу буйынса ҙур һәм яуаплы бурыс тора», – тип бүлеште жюри рәйесе, тарих фәндәре докторы, Р.Г. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының этнография бүлеге баш ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этнокультура мираҫы берҙәм реестрын булдырыу буйынса Эксперт советы ағзаһы Ранус Садиков.

 

Шул уҡ көндө традицион фин-уғыр халыҡтарының кейемдәрен етештереү сәнғәте һәм фольклорҙы һаҡлауға арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Унда халыҡ ансамблдәре етәкселәре, халыҡ кейемдәре һәм аксессуарҙар етештереү оҫталары ҡатнашты. Улар мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе.

 

Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәге менән ғәмәлдәге килешеү сиктәрендә, Свердловск өлкәһенең Урта Урал халыҡтарының традицион мәҙәниәте үҙәге директоры Виктория Новопашина, халыҡ кейемдәре оҫтаһы Наталья Добрынина һәм Урал мариҙарының туҡылған билбауҙары оҫтаһы Татьяна Жаркова  ҡатнашты.

 

Гала-концертта иң яҡшы коллективтар сығыш яһағанда залда алҡыштар тынманы. Мәртәбәле жюри ағзалары конкурсанттар сығышының техник оҫталығын ғына түгел, үҙенсәлеген дә, традицион элементтарҙың һаҡланыуын һәм заманса алымдар ҡулланылыуын да иҫәпкә алып, иң-иңдәрҙе билдәләне. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Ҡатнашыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды. «Фольклор коллективтары» номинацияһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, мордва  халыҡ  фольклор-этнографик ансамбле «Вастома» (етәксеһе Николай Артамонов) Стәрлетамаҡ районы; «Халыҡ кейеме оҫтаһы» номинацияһында — Людмила Матюшина (Нуриман районы) беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Шулай уҡ II-III дәрәжә еңеүселәр билдәләнде. «Фин-уғыр халыҡтарының тарихи костюмын реконструкциялау өсөн» номинацияһында диплом менән Алексей Шамукаев (Бөрө ҡалаһы) билдәләнде. Конкурсанттарға «Фин-уғыр халыҡтарының йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау өсөн» номинацияһында ла дипломдар тапшырылды.

 

Конкурстың жюри составында эшләнеләр: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең этнологик тикшеренеүҙәр институты этнография бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Елена Нечволода; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы муниципаль районы хакимиәтенең мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм йәмәғәт берекмәләре менән бәйләнеш бүлеге начальнигы, «Олячи» Этностудияһы проекты етәксеһе Елена Арефьева; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәге халыҡ ижады жанрҙары буйынса баш белгесе, «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы координаторы Гөлгөнә Баймырҙина; фольклорсы-тикшеренеүсе, «Урал» фәнни-мәғариф, мәҙәни һәм социаль инициативаларҙы үҫтереү АНО етәксеһе Марат Буләков; удмурт халыҡ кейеме оҫтаһы, Удмурт Республикаһынан ҡатын-ҡыҙ кейеме тегеүсе Галина Пчеловодова; Мишкә районы Чураево ауылының Я. Ялкайн исемендәге мари гимназияһының мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Анжелика Юзукбаева.

 

Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады республика үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы муниципаль районы хакимиәте.

«Ший мундыра» этнофестиваль-конкурсында Мишкә районынан «Вуд толкын» коллективы Гран-при яуланы