Милли кейем көнөндә V «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре исемдәре билдәләнде

Республиканың милли кейем көнөндә Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында V «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы финалы уҙҙы. Сара барышында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән РБ мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамурҙина ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне: «Бөгөн беҙ Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнөн ғорурлыҡ менән билдәләйбеҙ. Был үҙенсәлекле көндә үҙ еребеҙҙең бай мәҙәни мираҫын күрһәтәбеҙ. Быуаттар буйына булдырылған һәм быуындан-быуынға тапшырылған  милли кейемдәрҙең матурлығын һәм үҙенсәлеген күреп, баһаларға мөмкин. Милли кейем – ул ябай кейем генә түгел, ул беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙа йәшәгән һәр халыҡтың тарихын, йолаларын, донъяға ҡарашын сағылдыра. Был көн беҙҙең уникаль мәҙәниәтебеҙ менән ғорурланырға һәм уны киләсәк быуын өсөн һаҡларға сәбәп булһын».

 

Конкурстың Гран-при һәм 150 000 һум аҡсалата сертификаты менән Балаҡатай районынан Сәйҙә Әхтәмова бүләкләнде. «Серҙәш» халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе һәм тамбурлы сигеү оҫтаһы булараҡ, ул был биҙәү-ҡулланма сәнғәтен Балаҡатай районының ғына түгел, ә бөтә Башҡортостандың визит карточкаһына әйләндерҙе, республиканың матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелде. Сәйҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы 2006 йылдан алып милли кейемде реконструкциялау менән шөғөлләнә һәм проекттың күп тапҡыр ҡатнашыусыһы булып тора. Быйыл ул «Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары» номинацияһында сығыш яһаны.

 

«Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреаты исеменә Гөлсәсәк Өмөтбаева (Әбйәлил районы), «Балалар костюмы» номинацияһында – Сәриә Ғәбитова (Ишембай ҡалаһы), «Заманса автор кейеме» – Әлфиә һәм Гөлфиә Хәммәтовалар (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт милли биҙәүестәр» номинацияһында – Мария Махнёва-Метусова (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары» номинацияһында – Райхана Сурина һәм Нурсиә Сурина (Хәйбулла районы) лайыҡ булды. Шулай уҡ II-III дәрәжә лауреаттар, курс дипломанттары һәм махсус бүләк эйәләре билдәләнде.

 

Сара барышында конкурс лауреаттарының эштәре сағыу күрһәтелде. Гран-при яулаусыларҙың эштәре, шулай уҡ «Бәхет кошо» нәфис коллекцияһы менән «Сарби» ательеһы айырыуса тәьҫир ҡалдырҙы. Минзифа бренды (ойоштороусылары Гөлфиә һәм Әлфиә Хамматовтар) милли традицияларҙы һәм хәҙерге заманды берләштергән кейемдәр менән таныштырҙы. Ҡунаҡтарҙың презентациялары ла сағыу булды: сәнғәт белгесе һәм костюмдар буйынса рәссам, сәнғәт академияһының художество күргәҙмәләре дирекцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Үзбәкстандан Гөлнара Ишморатованың «Декаданс» коллекцияһы һәм дизайнер, «Жарашат» арт-төркөмө етәксеһе Нурзат Жээнбек ҡыҙының эштәре күрһәтелде.

 

Ҡунаҡтарҙы һәм баш ҡала халҡын шулай уҡ башҡорт эстрадаһының билдәле артистары: Зәйнетдин, Дияна Ишниязова, Наилә Биктимерова, Юнир Һағынбаев, Илдар Усмановтың сығыштары менән бай программа ҡыуандырҙы. Сара «Дарман» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең, «Далан» өлгөлө бейеү ансамбленең, «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең, З.Исмәғилев исемендәге  Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурайсылар ансамбленең сығыштарын биҙәне.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда сара бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Конкурстың финал этабында Башҡортостандан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан һәм Мәскәү ҡалаһынан 54 талантлы оҫта ҡатнашты.

 

Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

Милли кейем көнөндә V «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре исемдәре билдәләнде