16 ноябрҙә Өфәләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында күренекле Рәсәй һәм Башҡортостан ғалимы, Башҡортостандың халыҡ сәсәне, филология фәндәре докторы Розалиә Солтангәрәеваның юбилейына бағышланған «Яҡшылыҡнуры» исемле театрлаштырылған тамашаһы уҙҙы.
Кисәнең программаһы башҡорт халҡының бөйөк «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгәйне. Сәхнәлә Ваҡыт һәм Тарих араһында кешенең тәғәйенләнеше, әхлаҡи ҡиммәттәре һәм башҡорт халҡының киләсәге тураһында шиғри-фәлсәфәүи бәхәс башланды. Ниндәй көс донъяға ярҙам итә ала? Хаос һәм асыуға нимә ҡаршы тора? Был һорауҙарға яуаптарҙы тамашасылар йырҙарҙа, эпоста һәм ҡобайырҙарҙа тапты. Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов.
Концертта Розалиә Солтангәрәева, Башҡортостандың халыҡ артистары Илшат Мөслимов һәм Венер Сөнәғәтов, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Алмас Сирусин, шағир, журналис Айбулат Сәсәнбаев, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев), Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының думбырасылар ансамбле һәм башҡа сәнғәт белгеселәре ҡатнашты.
Юбилярға ҡотлау һүҙҙәре менән «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина сығыш яһаны. Ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.
«Хөрмәтле Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы. Ошо мөһим көндә ижади юбилейығыҙ айҡанлы ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ! Тормошоғоҙҙоң байтаҡ өлөшө башҡорт халҡының рухи хазиналарын – ауыҙ-тел ижадын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм телен өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм популярлаштырыуға арналған. Тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған әҫәрҙәрегеҙ башҡорт халҡының яҙмышын сағылдыра. Ижадығыҙ башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, милли үҙаңды һәм рухи берҙәмлекте нығытыуға хеҙмәт итә», – тиелгән ҡотлау хатында.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Заһир Хәкимов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов исеменән сәләмләү адресын уҡып ишеттерҙе һәм Розалиә Солтангәрәеваға артабанғы ижади уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләне.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән юбилярға Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Карамурзина йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн министрлыҡтың маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Юбилей һәм премьера менән ҡотлауҙар шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужиндан һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Мин ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхнәф Тимербулатовтан яңғыраны.
«Яҡшылыҡ нуры» тамашаһына юбилярҙың ижади һәм ғилми эшмәкәрлеге буйынса яҡын дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары етәкселәре, халыҡ сәсәндәр мәктәбе уҡыусылары, шулай уҡ республиканың төрлө ҡала-райондарынан башҡорт эпосын һәм милли мәҙәниәтен үҙ итеүселәр йыйылды. Тантанала юбилярҙың яҡташтары, Әлшәй, Дәүләкән һәм Шишмә райондарының мең ырыуы вәкилдәре лә булды.