Башҡортостандан рәссам Кирилл Ильин «ФормАрт» фестивалендә өсөнсө урын яуланы!

2025 йылдың 25 сентябрендә «ФормАРТ» фестиваленең тантаналы йомғаҡлау сараһында Волга буйы федераль округының иң яҡшы граффити-рәссамдары бүләкләнде. Традиция буйынса, фестивалдең еңеүсеһен билдәләү өсөн халыҡ һәм эксперттар тауыш бирҙе. Халыҡ тауыш биреүендә теләгән һәр кем бушлай номер буйынса үҙ тауышын биреп ҡатнаша алды.

 

Бүләкләү тантанаһында Киров ҡалаһында «Прогресс» галереяһында үтте, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев һәм Киров өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Светлана Шумайлова ҡатнашты.

 

Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһы булып Татарстан Республикаһынан Александр Поповтың «Көтә» тигән эше танылды. Икенсе урынды Мордва Республикаһынан «Хәтер һаҡсыһы» тигән эше менән Ангелина Волкова алды. Ойоштороу комитеты ҡарары менән өсөнсө урынды менән ике рәссам алды – Самара өлкәһенән Кирилл Зырянов «Еңеү икмәге һәм ҡоросо» тигән эше менән һәм Башҡортостан Республикаһынан Кирилл Ильин «Һыбайлылар»  эше менән.

Улар 100 меңдән 200 мең һумға тиклемге күләмдә ижади үҫеш өсөн гранттар алалар.

 

«ФормAРТ» фестивале 2020 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысы буйынса үткәрелә һәм йәш рәссамдарҙың ижадын, заманса ҡала мөхитен булдырыуҙы һәм Волга буйы федераль округы төбәктәрендә граффити сәнғәте ярҙамында яңы мәҙәни кодтар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

 

Ойоштороусылар: Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты, «Волга буйы федераль округында граждан йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Киров өлкәһе хөкүмәте, Волга буйы федераль округы сиктәрендә урынлашҡан Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары.

Башҡортостандан рәссам Кирилл Ильин «ФормАрт» фестивалендә өсөнсө урын яуланы!