«Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы халыҡ ижады йорто (үҙәге) 2025 йыл» Бөтә Рәсәй күрһәтмә-конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады үҙәге «Халыҡ ижады жанрҙарын, матди булмаған этнокультура мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү» номинацияһында II дәрәжә лауреаты булды. Был награданы халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәевҡа мәҙәниәт өлкәһендәге методик хеҙмәттәр етәкселәренең XI Бөтә Рәсәй съезында тапшырҙылар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе тур федераль округтарҙа февралдән сентябргә тиклем үтте. Төбәк халыҡ ижады йорттары (үҙәктәре) ассоциацияларында булдырылған конкурс комиссиялары заявкаларҙы баһаланы һәм финалистар составын билдәләне. Икенсе этапта финалистарҙың материалдарын федераль эксперттар баһаланы.
Күрһәтмәне В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады дәүләт йорто Рәсәй Федерацияһының федераль округтары халыҡ ижады йорттары (үҙәктәре) ассоциациялары менән берлектә 2025 йыл дауамында халыҡ ижады һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ өлкәһендә төбәк методик хеҙмәттәренең перспективалы тәжрибәһен асыҡлау һәм дөйөмләштереү маҡсатында ойошторҙо.