Бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәге коллективының йыл йомғаҡтарына арналған тантаналы осрашыуы үтте. Сараны үҙәк директоры Салауат Илгиз улы Кирәев асты.
Үҙенең сәләмләү һүҙендә Салауат Илгиз улы коллективты йылды уңышлы тамамлау менән йылы ҡотланы. Ул хеҙмәткәрҙәрҙең барыһына ла Башҡортостандың һәм күп милләтле Рәсәйҙең мәҙәни мираҫын һаҡлау эшенә тоғролоҡтары, тырышлыҡтары һәм һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. «Беҙ 2025 йылды уңышлы һәм лайыҡлы тамамланыҡ. Сараларҙы республика кимәлендә генә түгел, Рәсәй кимәлендә лә яҡшы үткәрҙек», - тип билдәләне ул.
Осрашыу сиктәрендә В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йортонан, Республика халыҡ ижады үҙәге етәкселегенән һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығынан рәхмәт хаттары тапшырылды. Мәҙәниәт министрлығы үҙәк хеҙмәткәрҙәрен мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең социаль интеграцияһына мәҙәни һәм ижади башланғыстар аша индергән өлөшө өсөн билдәләне.
Тантаналы йыйылыш йомғаҡтар сығарыу ғына түгел, ә төбәктең һәм бөтә илдең мәҙәни байлығын һаҡлауға һәм үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ысын күңелдән рәхмәт белдереү өсөн дә мөһим мәл булды.