III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының логотибы тәҡдим ителде

2026 йылдың 23-27 июнендә Башҡортостан республикаһында үтәсәк III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының рәсми логотибын тәҡдим итәбеҙ.

 

Мәҙәниәт форумында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 1000 ашыу йәш артист ҡатнашасаҡ. Фольклориада логотибында калейдоскоп элементтары, фестиваль биҙәктәре һәм төп символдары сағылған. Матрёшка Рәсәй мәҙәниәтенең һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең байлығын символлаштыра, ул башҡорт костюмы элементтарында сағыла, сөнки Башҡортостан ҡунаҡтар ҡабул итеүсе төбәк булып тора. Ҡояш, үҙәк элемент булараҡ, бәхетте һәм тормош энергияһын символлаштыра, ә асыҡ ҡулдар – фестивалдең майҙансығында ҡатнашыусы халыҡтарҙың берҙәмлеген аңлата. Ҡош һәм нота – фольклориаданың музыкаль йөкмәткеһе: илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йәш ҡатнашыусылар тәҡдим иткән йырҙар, бейеүҙәр, музыкаль ҡоралдар.

 

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Ул Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлауға һәм мәҙәни мираҫын популярлаштырыуға, үҫеп килеүсе быуынға әхлаҡи-эстетик тәрбиә биреүгә, илдә балалар һәм йәштәр фольклор хәрәкәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Беренсе Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы 2022 йылда Сыуаш Республикаһында уҙҙы һәм 76 төбәктән йәш таланттарҙы йыйҙы. 2024 йылда Татарстан ҡабул иткән икенсе фольклориада тағы ла күберәк ҡатнашыусыны — илдең 80 субъектынан меңдән ашыу йәш талантты йәлеп итте.

 

16 мартҡа тиклем Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү бара. Фольклориадала ҡатнашыусылар исемлеге 27 мартта билдәле буласаҡ.

 

Был проект Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Т.А. Голикованың ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Фестивалде Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы һәм В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто ойоштора.

 

 #ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура #ГРДНТ

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының логотибы тәҡдим ителде