«Үҙ муралыңды ижад ит» исемле I Республика йәштәр мурал эскиздары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Конкурс Волга буйы федераль округының «ФормАрт» урам сәнғәте фестивале сиктәрендә үтә. Был йәш таланттар өсөн республика ҡалаларының ыңғай образын формалаштырыуға үҙ өлөшөн индереү һәм заманса сәнғәт донъяһында үҙҙәрен күрһәтеү өсөн уникаль мөмкинлек.
Конкурстың маҡсаты – йәштәрҙе Башҡортостан Республикаһы ҡалаларының заманса сәнғәт тенденцияларын иҫәпкә алып, ыңғай образын формалаштырыуға йәлеп итеү; йәш быуындың урам сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуын уята башлау, ижади әүҙемлекте дәртләндереү һәм ҡатнашыусыларҙың художество һәләттәрен үҫтереү.
Конкурсҡа ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының профессиональ рәссамдары, дизайнерҙары, һәүәҫкәр рәссамдары, шулай уҡ художество уҡыу йорттары студенттары саҡырыла.
Ҡатнашыусыларҙың эштәре алты тәҡдим ителгән теманың береһен асырға тейеш:
- «Рәсәй халыҡтарының берҙәм ритмдағы тормошо»;
- «Бергә йәшәү һәм хөрмәт»;
- «Традициялар берләштерә»;
- «Уртаҡ миссия – ижад»;
- «Быуындар бәйләнеше»;
- «Рәсәй – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ».
Эштәргә ҡуйылған талаптар:
- Төрлө техникала башҡарылған (живопись, графика, коллаж, компьютер дизайны һ.б.);
- Тәҡдим ителгән эш автор әҫәре булырға тейеш . Плагиат һәм күсереп алыу рөхсәт ителмәй;
- Сикләүҙәр: ҡулдан эшләнгән әйберҙәр һәм ДПИ изделиелары, темаға тап килмәгән эштәр, шулай уҡ интернеттан күсереп алынған һүрәттәр ҡабул ителмәй.
Ғаризалар һәм конкурс эштәрен ҡабул итеү 16 марттан 20 апрелгә тиклем (икеһен дә индереп) 2026 йылда дауам итә. Ҡатнашыу өсөн рәсми заявканы тултырып, үҙ эскизығыҙҙың фотоһын ойоштороусыларҙың электрон почтаһына Bu e-Posta adresi istenmeyen posta engelleyicileri tarafından korunuyor. Görüntülemek için JavaScript etkinleştirilmelidir. ебәрергә кәрәк. Конкурстың йомғаҡтары 21-23 апрель 2026 йылдарҙа яһаласаҡ.
Күберәк мәғлүмәт алыу өсөн телефондар: 8 (905) 004-95-67, +7 (347) 272-61-44, «Урал» Этноцентры методисы Айгөл Зәрипова.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Урал» Этноцентры.