М. Аҡмулла исемендәге БДПУ алдындағы майҙансыҡ башҡорт һүҙен һәм халыҡ ижадын ҡәҙерләүселәр өсөн ысын мәғәнәһендә тартыу үҙәгенә әйләнде. «Сәсәндәр тирмәһе» программаһы ысынлап та бай йөкмәткеле булып сыҡты.
Йомғаҡлау көнөн Силәбе өлкәһе сәсән мәктәбе презентацияһы асты. Сәсәндәр тирмәһендә һүҙ оҫталарының тауыштары яңғыраны: Ҡамса Мортазин, Азат Кинйәбулатов, Фәнүзә Зөлҡәрнәева, Фирҙәүес Баширова, Сафина Хәкимова, Йәмилә Хисматова, Рәшиҙә Вәлиева, Гөлйәмәл Нәзмиәева, Урал Ҡолушев, Флюра Истамғолова сығыш яһаны.
Шулай уҡ Әбйәлил районы сәсәндәр мәктәбе презентацияһы үтте: Хәнифә Әбүбәкирова, Гөлнәрә Нурғәлиева, Азат Атанғолов сығыш яһаны. Көн программаһын М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ҡарамағындағы сәсән мәктәбе коллективы — Зөлфиә Абдуллина һәм Айгизә Идрисова йомғаҡланы.
Филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡырғыҙ Республикаһы «Манас» академияһының почётлы академигы, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары, М. Аҡмулла һәм Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге премиялар лауреаты, халыҡ сәсәне Розалия Асфандия ҡыҙы Султангәрәева сәсәнлек сәнғәте буйынса уникаль оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Өс көн дауамында йәрминкә ҡунаҡтары өсөн М. Аҡмулла исемендәге БДПУ алдындағы майҙансыҡта башҡорт милли кейемдәре менән фотозона; кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе; яға эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе; Башҡортостан Республикаһы ҡурайсылар союзының һәм Халыҡ ижады республика үҙәгенең башҡорт халыҡ эпостары буйынса китап күргәҙмәһе эшләне.
Киске программаны традиция буйынса дәртле башҡорт ритайымы һәм башҡорт эпостары, әкиәттәре, риүәйәттәре мотивтары буйынса йәш тамашасылар өсөн махсус әҙерләнгән мультфильмдар һәм видеояҙмалар күрһәтеү йомғаҡланы.