9 июндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында алдағы ҙур мәҙәни ваҡиғаға - III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһына арналған беренсе матбуғат конференцияһы үтте. 23-нән 27 июнгә тиклемге осорҙа Өфө бөтә ил буйлап меңдән ашыу йәш һәләтте ҡабул итәсәк һәм бер нисә көнгә Рәсәйҙең балалар халыҡ ижады баш ҡалаһына әйләнәсәк. Сара традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү аша бөтә ил халыҡтары араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға йүнәлтелгән.

 

Матбуғат конференцияһы эшендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, министр урынбаҫары Эльза Ҡарамурзина, БР Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы начальнигы Айгөл Хәсәнова, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев, директор урынбаҫары Нәфиса Тулыбаева ҡатнашты.

 

Журналистарҙың һорауҙарына шулай уҡ фестивальдең режиссёрҙары Линара Таһирова һәм Илшат Фәхретдинов, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлнәз Ҡолһарина, ә артистар һәм ижади коллективтар етәкселәренән: 2024 йылда Татарстан Республикаһында үткән Фольклориада ҡатнашыусыһы, ҡурайсы Иҙел Тунников, быйылғы биш ҡатнашыусының береһе - «Дарман» ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин, төп сәхнәнең өс хедлайнерының береһе, «Zainetdin» этно-шоуы солисы Заһир Зәйнетдинов яуап бирҙе.

 

Сараның модераторы булып Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар союзы ағзаһы, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге миҙал кавалеры, алып барыусы, журналист, блогер Ильяс Батыргәрәев сығыш яһаны.

 

Матбуғат конференцияһын Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов асты. Үҙ сығышында ул билдәләп үтте: «III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ярашлы Рәсәй Федерацияһы ярҙамында үткәрелә. Төп программа саралары 24-нән 26 июнгә тиклем үтәсәк. 23 июндә ҡатнашыусыларҙың килеүе башлана, ә 27 июндә уларҙың ҡайтыуы планлаштырылған. Был ҙур ваҡиғаны ойоштороусылар булып Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы, В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы тора. Беҙ Өфөлә 80 төбәктән 1100 баланы ҡабул итергә планлаштырабыҙ, 80-се ҡатнашыусы төбәк  - Башҡортостан. Беҙҙең өсөн бындай яуаплы сараны ҡабул итеү ҙур намыҫ. Фольклориадала 78 ижади коллектив һәм 8 солист ҡатнашасаҡ».

 

2024 йылда Татарстан Республикаһында үткән балалар Фольклориадаһы ҡатнашыусыһы Иҙел Тунников үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашып, форумда ҡатнашыуының бөтә ғүмергә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, ул үҙ халҡының халыҡ ижадын ҙур ҡыуаныс менән тәҡдим иткән һәм башҡа ҡатнашыусыларҙан тәжрибәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үҙләштергән. Матбуғат конференцияһы барышында йәш артист ҡурайҙа музыкаль композиция башҡарҙы.

 

Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев Фольклориада логотибы төшөрөлгән рәсми атрибутика һәм сувенир продукцияһын - футболкалар, кепкалар, рюкзактар һәм башҡа иҫтәлекле бүләктәрҙе күрһәтеп үтте, шулай уҡ Фольклориаданың волонтерҙар корпусын формалаштырыу тураһында һөйләне: «Беҙ 160 кешенән торған корпус йыйҙыҡ: 80 юғары уҡыу йорто студенты һәм 80 «Мәҙәниәт волонтерҙары» хәрәкәте вәкиле. Улар беҙҙең ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала, навигацияла ярҙам итә, коллективтарҙы оҙата бара һәм бөтә фестиваль майҙансыҡтарында эште тәьмин итә. Бынан тыш, уларға кураторҙар ролендә республика мәҙәниәт учреждениеларынан 100 белгес ҡушыласаҡ».

 

Халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфиса Тулыбаева Башҡортостан Республикаһынан ҡатнашыусылар тураһында ентекләберәк һөйләне: «Республиканы III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында өс ижади коллектив һәм ике солист тәҡдим итәсәк: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты ҡарамағындағы Әҙиғәм Иҫҡужин исемендәге ҡурайсылар өлгөлө ансамбле (Өфө ҡ.), етәксеһе — БР дәүләт ҡурайсылар ансамбле артисы Вәсил Баймырҙин; Өфө районының «Дарман» халыҡ бейеүе өлгөлө ансамбле, етәкселәре — Роберт һәм Алина Хәмиҙуллиндар; Күмертау ҡалаһынан рус йырының "Зоренька" өлгөлө ансамбле, етәксеһе — Ирина Кувшинова. Солистар — Көйөргәҙе районынан 13 йәшлек Әнүәр Вәхитов (етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Бабенко) һәм Баҡалы районынан 15 йәшлек музыкант Азамат Ханнанов, уның башҡарыуында ҡурай  яңғырайсаҡ».

 

«Дарман» ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин журналистар менән уртаҡлашты: «Беҙҙең коллективтың үҙенсәлекле авторлыҡ хореографияһы бар, ә артистарҙың кейемдәре реконструкцияланған һәм башҡаларҙан һиҙелерлек айырылып тора. Беҙҙең бейеүҙәр Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль ҡуйылыштарына йүнәлтелгән, сөнки ул халыҡ байлығын йыйыусы күренекле шәхес булды. Беҙҙе һайлап алғандары өсөн ҙур рәхмәт белдерге килә. Беҙ юғары кимәлдә сығыш яһарбыҙ тип өмөтләнәбеҙ».

 

«Тамыр» телеканалы директоры Гөлнәз Ҡолһарина медиа яҡтыртыу пландары тураһында хәбәр итте: «Балалар телеканалы "Тамыр" сараны яҡтыртыуҙа ҙур теләк менән ҡатнашасаҡ, сөнки беҙҙең өсөн был ҡыҙыҡлы һәм мөһим. Балалар телеканалы етәксеһе булараҡ, беҙҙең алып барыусыларҙың һәм балаларҙың бындай ваҡиғалар үҙәгендә булыуы, илебеҙҙең яуаплылығын һәм ҡеүәтен тойоуы кәрәк тип һанайым. Шуға күрә беҙ Фольклориаданың фестиваль көндәлектәрен әҙерләргә ҡарар иттек, уларҙы көн һайын монтажлап, БСТ һәм "Тамыр" каналдарында күрһәтәсәкбеҙ. Концерттар алдынан экрандарҙа ошо көндәлектәр күрһәтеләсәк. Әлбиттә, беҙ Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһының бөтә матурлығын һәм тәрәнлеген күрһәтергә мөмкинлек биргән ҙур репортаж әҙерләйәсәкбеҙ. Балаларҙың бәләкәйҙән үк ниндәй бөйөк илдә йәшәгәнен аңлауы, һәр халыҡтың үҙенсә матур һәм уникаль икәнен, һәм бөтә милләттәрҙең тәрән хөрмәткә лайыҡ икәнен аңлауы бик мөһим».

 

Фольклориада режиссёрҙары Илшат Фәхретдинов һәм Линара Таһирова 24 июндә фестиваль асыу тантанаһы концепцияларын, 25 июндә Өфөнөң дүрт паркында  -  «Волна», «Дёма», «Первомайский» һәм Иван Якутов исемендәге паркта ҡала киңлектәрендәге концерттар һәм интерактив майҙансыҡтар программаһын тәҡдим итте.

 

Өс көн барышында Совет майҙанындағы төп сәхнәлә хедлайнерҙар сығыш яһаясаҡ: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятова 24 июндә Фольклориаданың беренсе көнөнә йомғаҡ яһаясаҡ, «Ay Yola» фолк-төркөмө 25 июндә фестивальды сағыу сығыштары менән дауам итәсәк, ә 26 июндә Фольклориаданы «Zainetdin» этно-шоуы сағыу аккорд менән тамамлаясаҡ.

 

Матбуғат конференцияһы эшенә йомғаҡты Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамурзина яһаны. Ул III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы сиктәрендә сараның гимны тәҡдим ителәсәген белдерҙе. Гимн һүҙҙәрен һәм музыкаһын Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ольга Мусина һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Ришат Сәғитов яҙған. Гимнды Өфө ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәптәре һәм музыка мәктәптәренең 200 йәш йырсынан торған ҡушма хоры башҡарасаҡ.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Фольклориаданың төп саралары 24-нән 26 июнгә тиклем республика баш ҡалаһы Өфөлә үтәсәк: «Башҡортостан» концерт залы алдындағы майҙанда, ҙур парктарҙа, ә төп йәлеп итеү урыны Совет майҙаны буласаҡ. Фестиваль программаһында: йәш ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ билдәле артистарҙың музыкаль һәм хореографик сығыштары, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ уйындары, Дуҫлыҡ түңәрәге, ҡатнашыусылар парады, Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы һәм тантаналы саралар  - Фольклориаданы асыу һәм ябыу тантаналары ҡаралған. Фестиваль тураһында ентекләберәк «Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы»ның рәсми «Вконтакте» битендә белергә мөмкин: https://vk.com/folkloriade.

 

Проект «Халыҡ ижады – балаларға» программаһы сиктәрендә мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, Рәсәй халыҡтары традицияларын популяризациялау, уларҙы халыҡ ижадына йәлеп итеү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау һәм ижади аралашыу һәм тәжрибә алмашыу өсөн майҙансыҡ булдырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла.

 

Ойоштороусылар: Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы һәм В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто,  Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы, В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһына арналған беренсе матбуғат конференцияһы үтте