2 - 27 июнгә тиклем Башҡортостан Республикаһында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы үтте. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған масштаблы форум бер майҙансыҡта Рәсәйҙең 78 төбәгенән балалар фольклор коллективтарын һәм солистарын берләштерҙе  - барлығы 1000-дән ашыу йәш артист. Проект Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында «Халыҡ ижады - балаларға» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фольклориада ҡатнашыусыларына Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин үҙенең сәләмләү һүҙен ебәрҙе. Унда дәүләт башлығы был проектты үҫтереүҙә Башҡортостандың үҙенсәлекле ролен билдәләне.

«Был мөғжизәле дуҫлыҡ һәм ижади аралашыу байрамын үткәреү идеяһының нәҡ бында, Башҡортостанда тыуыуы символик, һәм бөгөн күп милләтле, ҡунаҡсыл республиканың баш ҡалаһы беҙҙең ғәйәт ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән меңдән ашыу йәш һәләт эйәһен ихлас ҡаршы ала» - тиелә сәләмләүҙә.

Президент Рәсәйҙең үҙенең тарихи, мәҙәни һәм рухи мираҫын ҡәҙерләүен һәм Фольклориаданың йәштәр араһында күп милләтле мәҙәниәт ҡиммәттәрен алға этәреүгә ярҙам итеүен һөйләп китте.

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы асылышы алдынан үткән тантаналы саралар 24 июндә «Башҡортостан» Дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда башланды. Фестиваль майҙансығы бөтә Рәсәйҙән йәш һәләт эйәләрен - меңдән ашыу баланы берләштерҙе. Ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының дәүләт ижад һәм халыҡ ижадын дәүләт яҡлау департаментының сәнғәт һәм халыҡ ижады бүлеге начальнигы Давид Нахатакян сәләмләне һәм Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министры Ольга Любимова исеменән сәләмләү адресын уҡып ишеттерҙе.

Бөтә Рәсәйҙән килгән йәш ҡатнашыусыларға шулай уҡ В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты Тамара Пуртова, «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһы генераль директоры урынбаҫары Наталья Альтнер һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов тарафынан да йылы һүҙҙәр яңғыраны.

«Башҡортостан» Дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда башҡорт бейеүе мотивтары буйынса тамашаға бай бейеү флешмобы башланды, ул шунда уҡ 40-тан ашыу милләт вәкиле ҡатнашлығында бөтә халыҡ «Дуҫлыҡ түңәрәгенә» әүерелде. Был ваҡиға беҙҙең күп милләтле илебеҙ мәҙәниәттәренең берләшеүенең көслө символына әйләнде. Ҡатнашыусылар саф энергия һәм тәрән традициялар менән тулы онотолмаҫлыҡ атмосфера тыуҙырҙы.

Байрамдың дауамы булып ҡатнашыусыларҙың тантаналы Парады торҙо. Ҡаланың үҙәк урамдарының береһе  - Ленин урамы - милли кейемдәрҙең сағыу төҫтәренә буялды. Күп милләтле колонна ГКЗ «Башҡортостан» майҙансығынан Совет майҙанына тиклем үтте, унда фестивальдең рәсми асылышы булып үтте.

Асыу тантанаһы программаһы бөтөн бер театрлаштырылған ғәмәл итеп төҙөлгәйне. Тантананың үҙәк ваҡиғаһы вокаль-хореографик ҡуйылыш булды. Уның сюжеты Рәсәйҙең бөтә халыҡтарының әкиәттәре, легендалары һәм йырҙары тупланған «тылсымлы китап» метафораһына нигеҙләнгән. Был образ быуындан быуынға тапшырылған мәҙәни хәтерҙе һаҡлап ҡалыуҙы символлаштыра. Тамашасылар «Урал-батыр» героик эпосы донъяһына сәйәхәт ҡылды һәм быуаттар буйы дауам иткән дуҫлыҡты һәм мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара үтеп инеүен аҫыҙыҡлаған башҡорт һәм рус риүәйәттәре араһындағы параллелдәрҙе күрҙе.

Масштаблы ҡуйылышта Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы музыкаль коллективтары ҡатнашты.

Фольклориаданы асыу тантанаһының рәсми өлөшө почётлы ҡунаҡтарҙың сәләмләү һүҙҙәре менән башланды. Ҡатнашыусыларға Рәсәй Федерацияһы Президенты Администрацияһы етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов (ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сәләмләү һүҙен уҡып ишеттерҙе), Фән, белем биреү һәм мәҙәниәт буйынса Федерация Советы комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров мөрәжәғәт итте.

Халыҡтар дуҫлығына «Берҙәм ғаиләлә» вокаль-хореографик күренеше бағышланды. Совет майҙанына йыйылған тамашасыларҙы Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең сағыу өлгөләре менән таныштырҙылар.

Сара сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Милли музейында «CIOFF VI Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы» күргәҙмәһе асылды. Экспонаттар 80-дән ашыу предметты үҙ эсенә ала: ҡатнашыусы илдәрҙән иҫтәлекле бүләктәр һәм аутентик сувенирҙар, экипировка элементтары, «фольклор олимпиадаһы»ның эмоцияларын һәм грандиоз размахын сағылдырған фотографиялар. Экспозицияның үҙәгендә – 2021 йылғы донъя форумында ҡатнашҡан 37 илдең тәңкәләренән йыйылған легендар башҡорт түш биҙәүесе.

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының беренсе көнө ҡатнашыусыларҙың концерт программаһы менән билдәләнде. Тамашасыларға 19 төбәктең фольклор традицияларының сағыу калейдоскобы тәҡдим ителде. Һәр төбәк бейеү, музыка һәм халыҡ йыры аша үҙенең уникаль тарихын һөйләне. Тамашасылар илдең һәр мөйөшөндә һаҡлап ҡалынған йола ҡуйылыштарын, инструменталь композицияларҙы һәм аутентик йыр программаларын күрҙе. Фольклориаданы асыу Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятованың сағыу сығышы менән тамамланды.

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының икенсе көнөндә 40-тан ашыу милләт вәкиле сығыш яһаны.

Был көндә Фольклориаданың фестиваль программалары бер юлы Өфө ҡалаһының дүрт майҙансығында - Иван Якутов исемендәге паркта, «Первомайский», «Демский», «Волна» парктарында йәйелдерелде, был баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына халыҡ ижады, дуҫлыҡ һәм халыҡтар берҙәмлеге байрамын бүләк итте.

Эшлекле программа сиктәрендә «Торатау» Конгресс-холында «Фольклор һәм балалар. Берҙәмлеккә традициялар аша» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Фольклорсылар, ғалимдар, фестиваль етәкселәре һәм сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары балалар менән эшләү методикаларын тикшерҙе, академик ҡарашты халыҡ балалар шаянлығы менән берләштереп, тәжрибә уртаҡлашты.

Икенсе көндөң концерт программаһында Совет майҙанындағы төп сәхнәлә Рәсәйҙең 45 төбәгенән коллективтар ҡатнашты - Саха (Яҡутстан) Республикаһынан алып Ленинград өлкәһенә тиклем, Луганск Халыҡ Республикаһынан алып Ненец автономиялы округына тиклем. Сәхнәлә илдең бөтөнләй төрлө мөйөштәре вәкилдәре рәттән торған мәлдәр үҙенсәлекле атмосфера тыуҙырҙы. Псков өлкәһе һәм Ырымбур ере, Түбәнге Новгород ере һәм алыҫ Хабаровск крайы - уларҙы меңләгән саҡрым айыра, әммә был сәхнәлә уларҙы бер нәмә берләштерҙе: үҙ тамырҙарына һөйөү һәм шатлыҡ бүләк итеү теләге.

«Ижад араны ҡыҫҡарта. Был Рәсәйҙең көсө уның берҙәмлегендә икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатлай»,  - алып барыусыларҙың был һүҙҙәре кисәнең үҙәк темаһына әйләнде.

«Беҙ илебеҙҙең күп ҡырлы һәм матур булыуын, мираҫының байлығын һәм балаларыбыҙҙың һәләтле булыуын күрҙек»,  - тип уртаҡлашты тамашасылар.

Фестивалдең икенсе көнө билдәле AY YOLA төркөмөнөң дәртле сығышы менән тамамланды.

Фольклориаданың өсөнсө көнөндә, 26 июндә, ҡатнашыусылар өсөн көндөҙгө мәҙәни программа ойошторолдо  -  улар Башҡорт ҡурсаҡ театрына барҙы.

Шул уҡ көндө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының ҡайһы бер сағыу ҡатнашыусылары менән осрашты, атап әйткәндә, ата-әсәһе менән бергә концерттарҙа, фольклор экспедицияларында ҡатнашҡан Курск өлкәһе вәкиле Ариадна Шестопалованы айырып билдәләне. Ул Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларын урап сыҡты. Шестопаловтар ғаиләһенә Курск өлкәһендәге хәрби хәрәкәттәр ваҡытында тыуған Суджа ҡалаһын ҡалдырырға тура килде. Дошман утынан ҡасып, улар милли кейемдәрен, музыка ҡоралдарын юғалтты, уларҙың бер өлөшөн битараф булмаған ерҙәштәре тергеҙә алды.

Кисен Өфөнөң Совет майҙанында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ябыуҙың тантаналы церемонияһы үтте. Республика башлығы Фольклориада ҡатнашыусыларына һәм ойоштороусыларына, балаларҙа халыҡ мәҙәниәтенә ихлас һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәм педагогтарға рәхмәт белдерҙе.

Радий Хабиров һәм Тамара Пуртова ҡатнашыусыларҙы Фольклориаданың уңышлы тамамланыуы менән ҡотланы һәм бөтә 78 төбәк вәкилдәренә Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаттарын һәм В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто лауреаттары дипломдарын тапшырҙы.

Фестивалдең һуңғы көнө илдең иң яҡшы балалар фольклор коллективтары ҡатнашлығындағы масштаблы концерт программаһы менән башланды. Сәхнәнән халыҡ йырҙары яңғыраны, Рәсәй халыҡтарының милли бейеүҙәре, инструменталь музыкаһы һәм йола композициялары тәҡдим ителде. Тамашасылар өсөн Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Заһир Зәйнетдиновтың һәм сығыштарында балалар фольклор коллективтары менән берләшкән «Zainetdin» этно-проектының сығышы айырым бүләк булды.

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы халыҡ сәнғәтенең илдең быуындары һәм төбәктәре араһында ышаныслы күпер булып ҡалыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. Өс көн эсендә Өфө бөтә Рәсәй мәҙәниәттәренең осрашыу урынына әйләнде, ә Башҡортостан Республикаһы ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға онотолмаҫлыҡ дуҫлыҡ, ижад һәм берҙәмлек байрамын бүләк итеп, ҡабул итеүсе төбәктең почётлы миссияһын лайыҡлы үтәне.

Фестивалдең ойоштороусылары булып Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы һәм В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто тора. Ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы, В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.

Фото авторҙары: Руслан Юлтаев, Рәмил Нафиҡов, Александр Королёв, Булат Ғәйнетдинов, Эдуард Зарипов.

Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы үтте