Йәш рәссам Алмаз Зәһретдинов Волга буйы федераль округының (ПФО) «ФормАРТ» фестиваленең VII миҙгеле финалсыһы булды. 400 тәҡдим ителгән ғаризанан эксперттар советы иң яҡшы 14 проектты һайлап алды, улар иҫәбенә «Ат менән башҡорт ҡыҙы» исемле эше лә инде.

 

Үҙ әҫәрендә автор мәҙәни мираҫ һәм тарихи тамырҙар менән айырылғыһыҙ бәйләнеште сағылдырған: милли кейемдәге ҡыҙ һәм ат образы традицияларға ихтирамды һәм тыуған ер менән рухи бәйләнеште символлаштыра.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡын арала был эш Шишмә ҡасабаһындағы бина фасадында мурал форматында тормошҡа ашырыласаҡ.

 

Һеҙгә рәссам менән яҡынданыраҡ танышырға тәҡдим итәбеҙ. Алмаз Зәһретдинов менән уның эше, илһам сығанаҡтары тураһында әңгәмә карточкаларҙа уҡығыҙ.

 

2026 йылда фестиваль темаһы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала. Еңеүселәрҙең исемдәре 2026 йылдың авгусында рәсми рәүештә иғлан ителәсәк. Финалсылар артабанғы профессиональ һәм ижади үҫеш өсөн 100 меңдән 200 мең һумға тиклем күләмдә грант ярҙамы аласаҡ.

 

«ФормАРТ» 2020 йылдан алып Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән үткәрелә. Маҡсаты – урам сәнғәтен үҫтереү, йәш һәләттәрҙе яҡлау һәм уларҙы уңайлы заманса ҡала мөхитен булдырыуға һәм ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә йәлеп итеү.

Шишмә районында яңы арт-объект барлыҡҡа киләсәк