Бөгөн Шишмә ҡасабаһында Шоссейная урамында урынлашҡан яңы арт-объекттың  -  «Ат менән башҡорт ҡыҙы» муралының тантаналы асылышы булып үтте. Сара ҡасаба халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн заманса урам сәнғәтен һәм бай мәҙәни традицияларҙы берләштергән сағыр байрамға әүерелде.
Эскиз «ФормАРТ» урам сәнғәте фестиваленең төбәк һайлап алыу этабында еңеүсе тип танылды. Эштең авторы — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Алмаз Зәһретдинов.

Тантананы Шишмә муниципаль районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров сәләмләү һүҙе менән асты: «Бөгөн беҙ Шишмәлә сағыу ваҡиғаның шаһиттары булып торабыҙ. Беҙҙә проект тормошҡа ашырылды  -  районыбыҙҙа тәүге "Ат менән башҡорт ҡыҙы" муралы. Эш февраль айында уҡ, беҙҙең районда ижади экспедиция үткәреүҙән башланды, унда эскизды тормошҡа ашырыу урынын табыу бурысы ҡуйылды һәм эш йүнәлештәре билдәләнде. Хәҙер "Ат менән ҡыҙы" бөтә район өсөн ғорурлыҡ объекты булып тора, һәм киләсәктә беҙҙә башҡа муралдар ҙа барлыҡҡа килер, тип өмөтләнәбеҙ».

Ҡатнашыусыларға шулай уҡ мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамурзина ла сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте: «Бөгөн Шишмә районы заманса сәнғәттең тартыу үҙәгенә әүерелде. "ФормАРТ" фестиваленең икенсе этабы сиктәрендә ҡасабала мөһим ваҡиға бара: был инде район һәм ҡасабаның визит карточкаһына әүерелгән муралды тантаналы асыу». Шулай уҡ Эльза Әкрәм ҡыҙы мурал авторы Алмаз Зәһретдиновҡа рәхмәт һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм уға Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Үҙ сығышында арт-куратор Артур Рәхмәтов Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығына, Шишмә районы хакимиәтенә, Республика халыҡ ижады үҙәгенә һәм мурал төшөрөлгән йорт халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Алмаз Зәһретдинов эш барышында йыш ҡына янына килеп, һорап, ҡыҙыҡһынып, эштән һоҡланып һәм рәхмәт әйтеп торған халыҡтың фекере үҙе өсөн ҙур терәк булыуын билдәләне.

Арт-объектты асыу тантанаһы концерт программаһы менән оҙатылды. Сара ҡунаҡтары алдында Шишмә районы артистары Гүзәлиә Ғиззәтуллина, Илмир Ҡоҙабаев һәм Айгөл Ғәзиева сығыш яһаны.

«Ат менән башҡорт ҡыҙы» муралын асыу Шишмә ҡасабаһының сағыр ваҡиғаһы һәм биҙәге генә булып ҡалманы, ә Башҡортостан Республикаһында креатив индустрияларҙы үҫтереүгә һәм йәш һәләттәрҙе яҡлауға мөһим өлөш индерҙе.

«ФормАРТ» фестивале 2020 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән үткәрелә. Проект йәштәрҙең ижади потенциалын яҡлауға, урам сәнғәтен үҫтереүгә һәм уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыуға йүнәлтелгән.

«ФормАРТ» урам сәнғәте фестивале сиктәрендә Шишмә районында яңы арт-объект асылды