23 августа Киров ҡалаһында «ФормАРТ» фестивален ябыу тантанаһында Волга буйы федераль округының иң яҡшы граффити-рәссамдары бүләкләнде.
Финал программаһы ике төп йүнәлеште иҫәпкә алып төҙөлдө: уртаҡ арт-объекттар булдырыу һәм Волга буйы федераль округының йәш рәссамдарының профессиональ үҫеше. Ҡатнашыусылар пленэрҙа эшләне, Киров өлкәһенең традицион һөнәрҙәре менән танышты һәм алдынғы эксперттарҙың лекцияларын тыңланы. Улар граффитиҙың нисек үҙгәреүе, ижадта нейроселтәрҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу һәм урам сәнғәте халыҡ тауышына һәм ҡала дизайны өлөшөнә әйләнеүе тураһында белде.
Быйыл миҙгелдең темаһы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы менән бәйле һәм ил халыҡтары араһында милләт-ара татыулыҡты, тыныслыҡты һәм үҙ-ара хөрмәтте нығытыуға арналған.
Конкурс һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 400 ғариза бирелде. Башҡортостан Республикаһы бирелгән ғаризалар һаны буйынса беренсе урынды яуланы – беҙҙең республиканан уларҙың 117-һе килде. Ҡатнашыусылар граффити өсөн эскиздар тәҡдим итте, улар тематик категорияларға бүленде: «Рәсәй халыҡтарының берҙәм ритмдағы тормошо»; «Традициялар берләштерә»; «Дөйөм миссия»; «Быуындар бәйләнеше»; «Рәсәй – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ».
Эксперт жюри ҡарары буйынса, Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы эш Алмаз Заһретдиновтың «Ат менән башҡорт ҡыҙы» эскизы тип танылды. Төбәк һайлап алыу еңеүселәренең өсәүһенә шулай уҡ Татьяна Юшина «Һаҡлаусы» («Берегиня») эше менән һәм Камилла Дилмөхәмәтова «Рәсәй – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ» проекты менән инде.
Заһретдинов Алмаз Фәнис улы – һәләтле йәш рәссам, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты, Белорет районынан. Август айында еңеүсенең эше Шишмә районы Шишмә ҡасабаһы Шоссейная урамындағы 5 ҡатлы 2-се һанлы торлаҡ йорттоң стенаһына төшөрөлдө. Эште проекттың рәсми сайтында ҡарарға мөмкин: https://formartpfo.ru/2026/finalists
Халыҡ тауыш биреү һәм жюри баһаһы йомғаҡтары буйынса, Алмаз Заһретдиновтың «Ат менән башҡорт ҡыҙы» эше 9-сы урынды яуланы.
Фестиваль еңеүселәре тураһында ентеклерәк «Вконтакте» рәсми төркөмөндә белергә мөмкин: https://vk.ru/wall-219650261_411
«ФормАРТ» 2020 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән ПФО-ла үткәрелә. Проект урам сәнғәтен үҫтереүгә, 18-ҙән 35 йәшкә тиклемге йәш рәссамдарҙың ижади потенциалын хуплауға һәм уларҙың уңайлы заманса ҡала мөхитен формалаштырыуҙа, тораҡ пункттарын төҙөкләндереүҙә һәм художестволы биҙәүҙә ҡатнашыуына йүнәлтелгән.
ФОТО: Дарья Трефилова