Бәләбәй ҡалаһында Республика ансамблдәре һәм халыҡ инструменттары оркестрҙары конкурсы үтә

Бәләбәй ҡалаһында 30 ноябрҙән 1 декабрға тиклем VI Республика ансамблдәре һәм халыҡ инструменттары оркестрҙары конкурсы үтәсәк.
Республиканың барлыҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының халыҡ (милли) оркестрҙары һәм ансамбльдары ҡатнашыуға саҡырыла.
Сара бер генә турҙан торасаҡ.

Конкурста ансамбльдәр, профессиональ ансамбльдәр, халыҡ инструменттары ансамбле һәм башҡорт халыҡ инструменттары оркестры тигән номинациялар ҡарала.

Килгән ҡатнашыусыларҙың сығыштарын жюри ағзалары баһалаясаҡ: жюри рәйесе, «Мәрәкә» («Забава») рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе, БР халыҡ артисы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре - Виктор Ярцев, «Мәрәкә» («Забава») рус халыҡ инструменттары ансамбле солисы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре - Лира Ястребова, БР Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) директоры - Ринат Халиков һәм Республика халыҡ ижадының инструменталь жанры буйынса баш белгесе, яуаплы сәркәтип - Зиянгирова Элита.

Конкурстың ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль районы Хакимиәте.

Ентекле мәғлүмәттәр буйынса телефон: 8 (347) 289-65-50

Бәләбәй ҡалаһында Республика ансамблдәре һәм халыҡ инструменттары оркестрҙары конкурсы үтә