Юлай Ғәлиуллин халыҡ-ара төрки халыҡтарының традицион спорт уйындары симпозиумында ҡатнашты

22-23 ноябрҙә Бишкәк ҡалаһында төрки халыҡтарының III халыҡ-ара традицион спорт уйындары симпозиумы үтте. Унда донъяның төрлө илдәренән 100-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.

Симпозиумда Юлай Ғәлиуллин «Башҡортостан Республикаһында традицион уйындарының үҫеше» тип аталған доклады менән сығыш яһаны.Әйтеп үтер кәрәк, сарала уҡылған барлыҡ докладтар фәнни йыйынтыҡтарҙа баҫыласаҡ һәм донъя кимәлендә махсус иғтибарға тәҡдим ителәсәк.

Юлай Рәфҡәт улы ябыу тантанаһында сәләмләү һүҙе менән сығыш яһай һәм унда төрки халыҡтар араһында традицион спорт уйындарының актуаллеген билдәләй.

Симпозиум эше һөҙөмтәһе буйынса ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды.

Ойоштороусылары – Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары башҡарма комитеты һәм Бөтә донъя конфедерация этноспорты.

Юлай Ғәлиуллин халыҡ-ара төрки халыҡтарының традицион спорт уйындары симпозиумында ҡатнашты