Фәрҙүнә Ҡасимова призына арналған «Тамаша» Республика театр коллективтары фестивале асыҡ тип иғлан ителде

Балтас районында Фәрҙүнә Ҡасимова призына арналған «Тамаша» Республика театр коллективтары фестивале башланды. Йылдан йыл фестиваль яңы исемдәр аса.

Район мәҙәниәт һарайында фестивалде асыу тантанаһы үтте, унда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Балтас районы Хакимиәте башлығы Илгиз Субушев сығыш яһаны

Әлеге ваҡытта һайлап алыу конкурсы үтә. Беренселәрҙән булып Яңауыл районының «Хаят» атҡаҙанған татар халыҡ театры сығыш яһаны. Фестиваль барышында тамашасылар Асҡын, Борай, Балтас, Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Дүртөйлө, Яңауыл райондары, Өфө, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларының сығыштарын ҡарай аласаҡтар.

Әйтеп үтергә кәрәк, «Тамаша» Республика театр коллективтары фестивале профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимованың призына арналған сара.  

Ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль район Хакимиәте.

Фәрҙүнә Ҡасимова призына арналған «Тамаша» Республика театр коллективтары фестивале асыҡ тип иғлан ителде