Өфөлә «Башҡорт шәле - 2018» Республика фестиваль-конкурсы тамамланды. Быйыл сара ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмә залында «Өфө-Ладья. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» халыҡ художество кәсептәре фестиваль сиктәрендә уҙғарылды.

Фестиваль Ейәнсура, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Хайбулла, Йылайыр, Мәләүез, Миәкә, Ғафури, Бишбүләк, Әбйәлил, Салауат райондары, Өфө, Бөрө һәм Стәрлетамаҡ, шулай уҡ Ҡыуандыҡ һәм Волгоград ҡалаларынан иң шәп шәл бәйләүсе оҫталарын йыйҙы. 

Фестиваль барышында кәзә дебетенән бәйләнгән әйберҙәрҙәрҙән күргәҙмә ойошторолдо, оҫталарҙың иң яҡшы эштәре баһаланды, шәл бәйләүсе командалар араһында ижади конкурс үтте. Шулай уҡ «Башҡорт шәле – милли кейемдең бер өлөшө» тип аталған дефиле менән Линара Таһированың «Һылыуҡай» - «BASHKIRIAN BEAUTY» студияһы сығыш яһаны. Сара сиктәрендә Бөрө ҡалаһының тарих музейы эргәһендә эшләп килгән "Ебәк юл" туҡыусылыҡ үҙәге һөнәрселек дәресен үткәрҙе.  Һәр конкурстың иң тулҡынландырғыс мәле - еңеүселәрҙе билдәләү. Шулай итеп, Гран-при еңеүсеһе - Ейәнсура районынан Шәрифә Ҡорманаева,  ә селтәрле шәл номинацияһында - Фәрзәнә Аҙнағолова (Ейәнсура районы) еңеүсе итеп табылды. 

Фестивалдә ҡатнашыусылар араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыу жюриға - Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаеваға; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Суринаға; Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреттары Гүзәл Хәмитоваға; «Башҡорт шәле» ШЭ төп белгесе Эльмира Ишбулатоваға; "Ағиҙел" БХК ДУП-ы генераль директоры урынбаҫары Гөлүсә Ризвановаға һәм "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһы Кәримә Кайдаловаға -  еңелдән булмағандыр.

Йәмғиәттә башҡорт дебет шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуҙы, "Башҡорт дебет шәле" брендын булдырыуҙы, халыҡ оҫталарының профессиональ кимәлен үҫтереүҙе, тәжрибә уртаҡлашыуҙы һәм ижади бәйләнештәрҙе күҙҙә тотҡан фестиваль-конкурс быйыл 11-сы тапҡыр уҙғарылды.

Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Ағиҙел» художество кәсептәре берекмәһе, Өфө, шулай уҡ республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре.

"Башҡорт шәле" фестиваль-конкурсының еңеүселәре асыҡланды