Оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурсы тамамланды

Бәләбәй ҡалаһында халыҡ инструменттары оркестрҙары һәм ансамблдәренең VI Республика конкурсы үтте. Ике йылға бер үткәрелгән сара уҡытыусылар араһында ижади тәжрибә менән алышыу мөмкинселеген бирә.   Инструменталь музыка башҡарыу конкурсы ике майҙансылыҡта үтте. Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары, Бәләбәй, Балаҡатай, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, туймазы райондары музыканттары үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте.

Ҡатнашыусылар «ансамбль», «оркестр», «башҡорт халыҡ инструменттары ансамблдәре» һәм «профессиональ ансамблдәр» тигән номинацияларҙа көс һынашты. Конкурс барышында башҡорт, рус, халыҡ көйҙәре һәм классик әҫәрҙәр яңғыраны. һәр коллектив үҙенсәлекле һәм виртуоз башҡарыуҙары менән жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы. Сара ҡатнашыусыларҙы бүләкләү менән тамамланды. Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын жюри рәйесе, «Мәрәкә» («Забава») рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе, БР халыҡ артисы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре - Виктор Ярцев, «Мәрәкә» («Забава») рус халыҡ инструменттары ансамбле солисы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре - Лира Ястребова, БР Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) директоры - Ринат Халиков һәм Республика халыҡ ижадының инструменталь жанры буйынса баш белгесе, яуаплы сәркәтип - Зиянгирова Элита баһаланы. Конкурстың ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль районы Хакимиәте.

Оркестрҙар һәм халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурсы тамамланды