Өфөлә «Ural-Batуr» башҡорт рок фестивале үтә

Өфөлә бөгөн «Ural-Batуr» башҡорт рок музыкаһы фестивале үтәсәк. Фестиваль «Дәрүишхан» төркөмө етәксеһе Дим Ҡоләхмәтовҡа бағышланып  уҙғарыла. Бөгөн һеҙҙең өсөн «Дан», «Шоңҡар», «Тай-синь», «Хан Соло», «Gizmo», «ҠаРаТаш», «Малай-шалай»,«Юлдаш» һәм «Nectoria» рок төркөмдәре сығыш яһаясаҡ!

«Ural-Batуr» башҡорт рок музыкаһы республика фестивале Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Проект һәләтле йырсыларҙы асыҡлау һәм  ярҙам итеү, уларҙың ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, йәштәрҙә һәм үҫмерҙәрҙә башҡорт теленә, автор йырына ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү өсөн уҙғарыла. Сара, бөгөн, 14 декабрь Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда (Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17) үтә. 

 

Өфөлә «Ural-Batуr» башҡорт рок фестивале үтә