Бөрө ҡалаһы төбәк-ара «Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыры һәм бейеү фестиваленә әҙерләнә.

Бөрө ҡалаһы төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваленә әҙерләнә. «Керәшен һыуыҡтары» конкурсы быйыл 25-се тапҡыр ойошторола.

Йәш таланттар 24 ғинуарҙан 26-на тиклем Ҡала мәҙәниәт һарайында сығыш яһай.

Еңеүселәр өс номинация – йыр, бейеү һәм вокал-инструменталь ансамблдәр араһында асыҡлана. Конкурсанттарға ике әҫәр әҙерләргә кәрәк була.

Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар This email address is being protected from spambots. You need JavaScript enabled to view it. , This email address is being protected from spambots. You need JavaScript enabled to view it. электрон адресы буйынса 23 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20.

Бөрө ҡалаһы төбәк-ара «Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыры һәм бейеү фестиваленә әҙерләнә.