«Тауыш» («Голос») шоу-проекты финалсыһы Рушана Вәлиева «Крәшен һыуыҡтары» фестивалендә сығыш яһаясаҡ.

24 ғинуар Бөрө ҡалаһында төбәк-ара «Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыры һәм бейеү фестивале үтә. Ауырғазы районы Талбазы ауылынан 19 йәшлек Рушана Вәлиева Беренсе каналдың «Голос. Перезагрузка» проекты финалсыһы ошо фестивалендә ҡатнашасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәш таланттар 24 ғинуарҙан 26-на тиклем Бөрө Ҡала мәҙәниәт һарайында сығыш яһай. Еңеүселәр өс номинация – йыр, бейеү һәм вокал-инструменталь ансамблдәр араһында асыҡлана. Конкурсанттарға ике әҫәр әҙерләргә кәрәк була. Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар Bu e-Posta adresi istenmeyen posta engelleyicileri tarafından korunuyor. Görüntülemek için JavaScript etkinleştirilmelidir. , Bu e-Posta adresi istenmeyen posta engelleyicileri tarafından korunuyor. Görüntülemek için JavaScript etkinleştirilmelidir. электрон адресы буйынса 23 ғинуарға тиклем ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20.

«Тауыш» («Голос») шоу-проекты финалсыһы Рушана Вәлиева «Крәшен һыуыҡтары» фестивалендә сығыш яһаясаҡ.