«Тере һүҙ» йәштәр республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.

Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә республика йәштәренең «Тере һүҙ» поэтик һүҙ оҫталығы конкурсын үткәрәсәк. Икенсе тапҡыр үткәреләсәк фестиваль республикала һәләтле ижади йәштәрҙе табыу һәм үҫтереү, нәфис һүҙ ярҙамында йәш быуынға эстетик тәрбиә биреү һәм уларҙың ижади һәләттәрен, әүҙем йәшәү рәүешенә ынтылыш үҫтереү, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү һәм туған телде һаҡлау маҡсатында ойошторола.

Конкурс ике этаптан торасаҡ: беренсе этап - ситтән тороп видео яҙмалар аша 21-23 февралгә тиклем, һәм икенсе этабы 1 март Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ. Унда 16 йәштән алып 21 йәшкәсә һәм 22 – 40 йәшлек ижади һүҙ оҫталары сығыш яһай аласаҡтар.

Конкурс «Поэтик әҫәрҙе художестволы уҡыу», «Үҙ поэтик әҫәреңде художестволы уҡыу», «Үҙ поэтик әҫәреңде музыкаль уҡыу» номинацияларында була.

Сарала ҡатнашырға теләгән кешеләр 20 февралгә тиклем анкета тултырып, Республика халыҡ ижады үҙәгенең This email address is being protected from spambots. You need JavaScript enabled to view it. адресына ебәрә ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте уның рәсми сайтынан, https://vk.com/doc6345904_489652164?hash=94adee7bc39e4e45ab  һылтанма аша йәки 8 (347) 272-86-61 телефонына мөрәжәғәт итеп, алырға мөмкин.

«Тере һүҙ» йәштәр республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.