Владимир өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте.
23-25 сентябрь Владимир өлкә китапханаһында Өфө артистары төрлө мастер-класстар үткәрҙеләр.
 

Йырсы Зилиә Баһтиева башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре: ҡашмау, түшелдерек, сулпалар һ.б. тураһында һөйләне. Милли башҡорт кейем, уҡтан атыу һәм башҡорт халыҡ бейеүҙәре буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Мортазин дәрестәр бирҙе. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Морат Йәноҙаҡов ҡурайҙа уйнау буйынса мастер-класс үткәрҙе.

Тағы өлкә китапханаһында Өфө артистары Владимир ҡалаһында йәшәгән  яҡташтарыбыҙ өсөн концерт номерҙары менән сығыш яһанылар.Оҫталарҙы Владимир өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайы рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Ойоштороусылар: БР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Владимир өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайы, Владимир өлкәһе китапханаһы.
Владимир өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте.