«Белая трость» вокал һәм инструменталь ижады оҫталығы конкурсының төбәк этабына ғаризалар ҡабул ителеү башланы
«Белая трость» вокал һәм инструменталь ижады оҫталығы конкурсының төбәк этабына ғаризалар ҡабул ителеү башланы. Заявкалар 15 августҡа хәтлем дистанцион режимда ҡабул ителә. Бәйгегә күреү һәләте насар булған 11 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар саҡырала. Конкурстың төбәк һайлап алыу этабы бер нисә номинация буйынса үтәсәк: - «Вокал сәнғәте (соло)»;
- «Вокал сәнғәте (дуэт)»;
- «Вокал сәнғәте (ансамбль)»;
- «Инструменталь сәнғәт (соло)»;
- «Инструменталь сәнғәт (дуэт)»;
- «Инструменталь сәнғәт (ансамбль)». Ҡатнашыу бушлай. Ғаризаны, видео сығышты https://belayatrost.ru/fest2020 һылтанмаһы аша үтеп ебәрергә. Һәр ҡатнашыусы диплом менән бүләкләнәсәк, ә лауреат исемен алыусылар округ этабы конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеге биреләсәк.
Конкурстың үткәреү тәртибе менән киләһе һылтанма аша танышырға мөмкин https://vk.com/docs-56111552.
Һорауҙар һәм теләктәр: https://vk.com/topic-56111552_41074462. Сығанаҡ: Ломаябарьеры.рф
Тулыраҡ мәғлүмәт: 89177418069, Алина Хәбирова
«Белая трость» вокал һәм инструменталь ижады оҫталығы конкурсының төбәк этабына ғаризалар ҡабул ителеү башланы