«Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсында Учалы районынан Ләйсән Шөғәйепова Гран-при яуланы

Кисә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы үтте. Гран-при һәм «Лада» автомобилен Учалы районынан 19 йәшлек Ләйсән Шөғәйепова яуланы. Бүләкте Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы. “Ышанмайым!”, - тине күҙ йәштәре аша һылыуҡай.

Баһалама комиссияһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

«2020 йыл республикала Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Бөгөн беҙ башҡортса телмәрҙе ишетеп шатландыҡ. Күп кенә ҡатнашыусыларҙың Рәсәй төбәктәрендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар туған башҡорт телендә иркен аралаша»,- тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Конкурста беренсе урынды Сибайҙан Шәүрә Яхина алды. Икенсе урынды Пермь крайынан Гүзәл Наҙарғолова һәм Ырымбур өлкәһенән Линиза Солтанғужина бүлеште. Өсөнсө урында – Мәләүез ҡалаһынан Дилә Вәлиева, Бөрйән районынан Эльвина Семенова һәм Көйөргәҙе районынан Розалина Ибраһимова.

Финалда ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә номинацияларҙа билдәләнде:

Зифа буйлы Һылыуҡай – 2020 - Юлиә Абайҙуллина (Силәбе өлкәһе)

Һәләтле Һылыуҡай – 2020 - Айгүзәл Исхакова (Өфө ҡалаһы)

Нәзәкәтле Һылыуҡай – 2020 - Линара Нурмөхәмәтова (Һарытау өлкәһе)

Моңло Һылыуҡай – 2020 - Зарина Вәлиева (Мәсетле районы)

Рухлы Һылыуҡай – 2020 - Аймара Нафиҡова (Силәбе өлкәһе)

Сәсән телле Һылыуҡай – 2020 - Азалия Әмирова (Мәскәү ҡалаһы)

Бейеүсе Һылыуҡай – 2020 - Эльвина Әхмәтова (Яңауыл районы)

Зиһенле Һылыуҡай – 2020 - Наҙгөл Ғәлиуллина (Балаҡатай районы)

Наҙлы Һылыуҡай – 2020 - Гөлсирә Рәхимйәнова (Свердлов өлкәһе)

Мөләйем һылыуҡай – 2020 - Алтынгөл Биҡташева (Ханты-Манси автоном округы)

Зауыҡлы Һылыуҡай – 2020 - Лилиә Арҫланова (Татарстан Республикаһы)

Һөйкөмлө Һылыуҡай – 2020 - Эльвира Шәғиәхмәтова (Һамар өлкәһе)

Сая Һылыуҡай – 2020 - Диана Байназарова (Санкт-Петербург ҡалаһы)

Тамашасы һөйөүе призына Розалина Ибраһимова лайыҡ булды.

Һәр ҡыҙға милли биҙәктәр төшөрөлгән һандыҡ, бик күп бүләктәр тапшырылды.

Конкурстың 28 йыллыҡ тарихында тәүге тапҡыр проекттың финалы Республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналында онлайн режимда ойоштородо. Финалдың яҙмаһын Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Конкурсты Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев һәм журналист Наил Юнысов алып барҙы.

Проектты ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы.

«Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсында Учалы районынан Ләйсән Шөғәйепова Гран-при яуланы