Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры БР Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы эшендә ҡатнашты

17 февраль «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Ултырышта Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибаков та ҡатнашты.

Артур Айҙар улы 2020 йылдағы учреждениеның эшмәкәрлеге йомғаҡтары менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, үҙәктең яңы статуста үткәрелгән инновацион һәм традицион проекттары хаҡында һөйләне. Улар араһында «Ырыу ағасы» республика форумы, «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале, «Йәшлек-шоу» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале, «Һылыуҡай» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсы һ.б.

Үҙәк етәксеһе пандемия осорондадағы эшләү осорон да билдәләп үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары волонтерҙарын координациялау буйынса штаб булдырылды. Бөтә республика буйынса халыҡҡа ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр штабтары ойошторолдо. Ирекмәндәр менән муниципаль һәм 141 дәүләт учреждениеларынан 2200-гә яҡын кеше эшләне. Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йорто базаһында Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы персоналдары һәм пациенттары өсөн ҡабул итеү пункты булдырылды.

«Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәүге тапҡыр учреждениеларға ишек ябылыуы, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙың ғәҙәти форматы ла тыйылыуы, һис шикһеҙ, мәҙәни үҙәккә йөрөүселәр иҫәбендә сағылыш тапты. Шуның менән бергә, ғәҙәти булмаған шарттарҙа эшләү, үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороуҙың яңы мөмкинлектәрен асыҡларға мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, семинарҙарҙа ҡатнашыусылар һаны, оҫталыҡ дәрестәрендә 3 тапҡырға, учреждениеның интернет ресурстарын ҡабул итеү һаны 2019 йыл менән сағыштырғанда 14 тапҡырға артты», - тип билдәләп үтте үҙенең сығышыныда Артур Әлибаков.

Сығыш барышында 2021 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы, матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау, учреждениены социаль селтәрҙә үҫтереү темалары ҡуҙғатылды.

ФОТО: Рәмил Нафиҡов.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры БР Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы эшендә ҡатнашты