Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ

19 марттан алып 21 мартҡа хәтлем Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Пермь крайында йәшәүселәр хореография, ҡурай, вокал, селтәр биҙәүестәрен эшләү буйынса дәрестәрҙә ҡатнаша ала.

Оҫталыҡ дәрестәрен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, ҡурайсы, ҡумыҙсы, хореограф Рәис Низаметдинов; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Сәйҙә Ильясова; «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаты, «Ауаз» конкурсы лауреаты, башҡорт традицион костюмын тергеҙеүсе, реконструктор Гөлнара Шафиҡова; Һәләтле йәштәргә ярҙам итеү буйынса Рәсәй президенты грантына ике тапҡыр эйә булыусы, «Аҡйондоҙ» АНТ хореографы, «Байыҡ» телевизион конкурсы еңеүсеһе Айназ Низаметдинов ойошторасаҡ.

Дәрестәр барышында ойошторолған номерҙарҙы Пермь крайының ижади коллективтары 21 мартта Пермь районының Ҡуян ауылы Мәҙәниәт йортонда үтәсәк отчет концертында күрһәтәсәк.

Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ