Фольклор һәм хореография коллективтары етәкселәре өсөн башҡорт халыҡ ижады буйынса республика семинары

14-15 майҙа Өфөлә "АРТ-Ҡоролтай" VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә фольклор һәм хореография коллективтары етәкселәре өсөн башҡорт халыҡ ижады буйынса республика семинары ойошторола.

Ҡатнашыусыларға VI Бөтә донъя фольклориадаһы сараларында коллективтарҙың әҙерлек һәм эш шарттары хаҡында һөйләйәсәктәр. Программа сиктәрендә теоретик һәм практик дәрестәр ойоштороу ҡаралған.

Семинар уҡытыусылары: хореограф, эстрада художество етәксеһе, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының баш режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова; Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй традицион кейем конкурстары лауреаты, "Селтәр" башҡорт халыҡ костюмы студияһы оҫтабикәһе Әлфиә Әхтәриева; Республика халыҡ ижады үҙәгенең традицион уйындары буйынса баш белгесе, "Тәмға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында гран-при яулаусы Юлай Ғәлиуллин; режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова; композитор, музыкаль фольклор буйынса китаптар авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Ҡобағошов; тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы, традицион башҡорт кейеме буйынса эксперт Альберт Мәхмүтов; Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалиә Солтангәрәева; балетмейстер, ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәис Низаметдинов.

Тулыраҡ мәғлүмәт: 8 (347) 289-65-50, 289-66-96.

Фольклор һәм хореография коллективтары етәкселәре өсөн башҡорт халыҡ ижады буйынса республика семинары