Белорет районында дүртенсе күп функциялы клуб асылды

Бөгөн Белорет районының Сосновка ауылында дүртенсе күп функциялы ауыл клубын асыу тантанаһы үтте. Тантаналы сарала Белорет районының Сосновка ауыл советы хакимиәте башлығы Азамат Мөхәмәтйәров, Белорет районының Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин ҡатнашты.

СМФК асылыу барышында райондың "Кәкүк сәйе" этно-байрамы ойошторолдо, унда Белорет районының бөтә мәҙәни-ял учреждениелары ҡатнашты.

Клуб бинаһында тамашасылар залы яңыртылған, ҡурайҙа уйнау класы, "Көрәш" һәм "грек-рим көрәше" спорт секциялары, грим, балалар өсөн уйын бүлмәһе, релакс зонаһы, китапхана эшләнелгән. Подвал бинаһы ремонтланған, елләтеү системаһы ҡуйылған, тәҙрәләр, ишектәр яңыртылған, мебель, яҡтыртыу, тауыш һәм музыка ҡорамалдары һатып алынған.

Белорет районында дүртенсе күп функциялы клуб асылды